Гүзәл заттар матурлыҡты һәр ерҙә лә күрә белә 08.03.2016

Уның ҡулдары ҡағылған әйбер йәнләнә, мөғжизәгә әйләнә. Был гөлләмәләр ҙә ябай баҡса уңышы.

Филиә Шәфиева һөнәре буйынса уҡытыусы, салаттан гөлләмәләр эшләү менән ике йыл элек декрет ялында ултырғанда  мауыға башлай. Тәүҙә улы өсөн  төрлө йәнлектәр, уйынсыҡтар  эшләһә,  хәҙер оҫта хужабикә төрлө сәскәләрҙе  ҡойоп ҡуя. Уларҙың ашарға яраҡлығына хатта, ышанырлыҡ та түгел. Филиәнең оҫта ҡулдары сырҙы коала сәскәһенә, ҡыҙыл боросто хризантамаға әйләндерә, йомортҡа күбәләккә әйләнеп кәрзингә ҡуна.
Филиә әйтеүенсә, салаттан гөлләмә эшләүҙең артыҡ ҡыйынлығы юҡ. Бары тик түҙемлек һәм  ижади ҡараш ҡына  талап ителә. Һәм  салаттың ҡатмарлығына ҡарап ике сәғәт тирәһе ваҡыт. Унан инде һоҡланырға һәм туҡланырға ғына.
Йәмғиәттә ошо  шөғөлгә  ярашлы һөнәр ҙә бар.  Ул  карвинг тип атала. Өфөнән педагог Лаура  Ситдиҡова  был эшкә күңел ҡушыуы буйынса тотонған.  Алтын ҡуллы  ханым һәр төрлө йәшелсәне  ижад емешенә әйләндереү һәләтенә эйә. Уның   композициялары төрлө һөнәри конкурстарҙың биҙәге. Лаура оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрә.
Лаура Ситдиҡова, карвинг оҫтаһы: Мин йәшелсәнән  сәскәләр эшләгәндә  ял итәм. Уйҙарым әллә ҡайҙарға сығып китә, ә ҡулдарым матурлыҡ тыуҙыра. Төрлө конкурстарға әҙерләнгәндә  төндәр буйы ултырам, сәскәләр биҙрәләп йыйыла. Был ижади бәйгеләрҙе ҡатнашыусылар ғына күп түгел, беҙҙә был шөғөл артыҡ үҫешмәгән».
Лаураның үҙ серҙәре лә бар. Мәҫәлән, әҙер сәскәләрҙе  һыуҙа тоторға кәрәк, шул ваҡытта улар асыла башлай. Сөгөлдөр менән һаҡ булыу шарт, бар гөлләмәнең ҡыҙылға буялыуы ихтимал. Ә бына кишерҙе  ҡырҡыуы ауыр, ул бик ҡаты һәм ярылып бара. Ҡыяр менән помидор иһә тиҙ боҙолоп барыусан. Уның ҡарауы пекин кәбеҫтәһе,  редис, томра талымһыҙ.  Мәҫәлән, редисты сәскәгә әйләндереүгә 3 минут та етә. Сәскәләрҙән  ромашка менән хризантема еңел әҙерләнә, ә бына рауза ҡатмарлыраҡ. Әлбиттә,  осло бысаҡтар менән йәрәхәтләнмәү өсөн тәжрибә лә кәрәк.
Лаура Ситдиҡова, карвинг оҫтаһы: «Был гөлләмә наҙлы, ҡупшы ғына килеп сыҡты, ҡатын-ҡыҙҙар байрамына тап килеп тора. Күңел йылыһы һалынған йәшелсә гөллмәләре һәр өҫтәлдең биҙәге».
Оҫта ҡулдар һәм ижади ҡараш. Алтын ҡуллы ханымдарға яҡындарына бүләк әҙерләп йыраҡ йөрөргә кәрәкмәй. Уларҙың сюрпризы  һәр саҡ үҙҙәре менән.  Матур ҙа, файҙалы ла, туҡлыҡлы ла!

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика