Гүзәл заттарға үҙен бәхетле тойоу өсөн йылы һүҙ менән егерме мең һум хеҙмәт хаҡы ла етә икән

Гүзәл заттарға үҙен бәхетле тойоу өсөн йылы һүҙ менән егерме мең һум хеҙмәт хаҡы ла етә икән 08.03.2016

Байрам алдынан халыҡ фекерен өйрәнеүсе компанияларҙың береһе ҡатын-ҡыҙҙарҙан һорау алыу ойоштороған.  Баҡтиһәң, гүзәл заттарға үҙен бәхетле тойоу өсөн йылы һүҙ менән егерме мең һум хеҙмәт хаҡы ла етә икән. Бүләктәргә килгәндә инде респонденттарҙың 84 проценты хеҙмәттәштәренән алған ваҡ бүләктәргә, открыткаларға ҡыуаныс хистәре кисерә. Һәр икенсе ҡатын-ҡыҙ сәскә алырға теләр ине. Асыҡланыуынса, күпселек ҡатын-ҡыҙҙарға етәксеһенең маҡтауы етмәй икән.

Көндәлек тормошта ирҙәр һәм ҡатындар үҙҙәрен ниндәйҙер кимәлдә дошман кеүек тота. Көслө зат мәҫәлән автоледиларҙың юлдағы хаталарынан рәхәтләнеп көлә. Был төр видеояҙмалар менән интернет тулған.
Гүзәл заттарҙың уң менән һулды бутауы инде лаҡапҡа әйләнгән. Ә бит былар бер ҙә осраҡлыҡ түгел. Ғалимдар ирҙәр һәм ҡатындарҙың фекерләүе  айырылыуы, заттарҙың төрлө күренештәргә ҡараштары бөтөнләй тап килмәгәнен күптән иҫбатлаған.
Бәлки беҙ ысынлап та төрлө планеталарҙандыр? Быны асыҡлар өсөн ҡатын-ҡыҙҙар тураһында ҡайһы бер мәғлүмәт тупланыҡ.
Бер кем өсөн дә сер түгел, гүзәл заттар аралашырға ярата. Көн дауамында улар ирҙәрҙән 3 тапҡырға күберәк һөйләшә. Баҡтиһәң был кеше мейеһендә урынлашҡан ләззәт үҙәге эшенә бәйле. Шулай итеп һөйләшеүҙәр уларға рәхәтлек килтерә тигән һығымта яһарға мөмкин.
Ҡатындар ирҙәргә ҡарағанда күҙҙәрен ике тапҡырға йышыраҡ йомғолай, иҫәнләшкәндә иһә ҡулды саҡ һиҙелерлек кенә ҡыҫа. Шулай уҡ яңыраҡ инглиз ғалимдары һуҡ бармағы сығанаҡ бармағынан оҙонораҡ булған ҡатын-ҡыҙҙар спортта ҙур уңыштарға йышыраҡ өлгәшә тигән һығымта яһаған.  
Иҫнәгәндә гүзәл заттар ауыҙын усы, ә ирҙәр йоҙроғо менән яба. Ә киләһе факт ҡатындарҙың һығылмалығына бәйле, берәйһе саҡырғанда улар тик муйынын ғына бора, ирҙәр был осраҡта кәүҙәһе менән борола.  
Беҙҙән айырмалы рәүештә ҡатын-ҡыҙҙарҙың ишетеү һәләте лә яҡшыраҡ,  шуға ла улар күпте белә. Уның ҡарауы мейеләре 10, йөрәктәре 20 процентҡа тиерлек бәләкәйерәк.
Эҫе ҡомға, йә күләүек аша сыҡҡанда ир-аттар үксәһенә баҫырға тырышһа, гүзәл заттар аяҡ осон     файҙалана.
Шулай уҡ әйтеүҙәренсә, ҡыҙҙар ҡулын биргәндә усын аҫҡа ҡарата. Беҙ быны тикшереп ҡарарға булдыҡ.
Эксперимент сиктәрендә мин 5 ҡатын-ҡыҙға мөрәжәт итмәксемен, ә һеҙ уларҙың ҡулдарында иғтибар итегеҙ.
Шулай итеп беҙ урамда осратҡан ҡатын-ҡыҙҙар ҡулын биргәндә устарын аҫҡа ҡаратты, ләкин теория дөрөҫ йә дөрөҫ булмауын асыҡлар өсөн ир-егеттәргә лә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Ә бына тағы бер факт: ҡатын-ҡыҙҙар берәй нәмә ташлайым тип һелтәнгәндә ҡулын артҡа ҡуя, ә ирҙәр ситкә. Быны ла тикшереп ҡарар өсөн беҙ урамдан үтеүселәргә мөрәжәғәт иттек. Ентекле ҡарағанда егеттәрҙең һелтәнеүсе ҡулы ысынлап та ситкәрәк китеүен күреп була, ә бына ҡыҙҙар ҡулын өҫкә тура күтәрә. Ләкин бөтә был айырмалыҡтар бөтөнләй мөһим түгел, иң мөһиме парҙарҙа мөхәббәт булһын тип билдәләй гүзәл заттар.
Шулай итеп ирҙәр Марс, ә ҡатындар Венера планеталарына ҡараһа ла, тәбиғәт уларҙы бер-береһе өсөн яратҡан. Айырыуса байрам көндәрендә гүзәл заттар иғтибарға мохтаж.
Шуны иҫтә тоторға кәрәк - ҡатын-ҡыҙ ул матур гөл, һәм тик мөхәббәт һәм наҙ нурҙарында ҡойонғанда ғына асылып, сәскә атып, тирә-яҡҡа гүзәллек һәм йәм тарата.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика