Гөл-баҡса һәм мемориаль комплекс

Гөл-баҡса һәм мемориаль комплекс 27.04.2015

Шаран районының Йәрәмкә ауылында Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнап емеш баҡсаһы барлыҡҡа килде.

Яңы баҡса ауыл үҙәгендә урынлашҡан мәҙәнит йорто яныда ҡалҡып сыҡты. Иркен майҙанда 20 төп алма, 150 төп ҡарағат, шулай уҡ груша, слива һәм башҡа төрлө емеш ағастары ултыртылды. Дүртөйлө ауыл биләмәһе хакимиәте ойошторған өмәлә урындағы халыҡ әүҙем ҡатнашты. Ситтә йәшәүсе яҡташтар ҙа ҡайтып төштө.
Еңеү көнөнә ауылдың үҙәк майҙанында һуғыш геройҙары һәм тыл ветерандары иҫтәлегенә мемориаль комплекс та асыла. Уны төҙөүгә ошо ауылда тыуып үҫкән фермер Радик Фәйзуллин һәм ауыл халҡы ла ҙур өлөшөн индергән. Килер быуындарға Еңеү яҙы бүләк итеүсе яугирҙар һәм тыл хеҙмәтсәндәренең исемдәре яҙылған таҡтаташтар махсус ҡоймаларға беркетеләсәк. Изге башланғысҡа нигеҙ һалыусыларҙың ниәте  - киләсәктә гөл-баҡса һәм һәйкәл комплексын ауылдың иң күркәм урыны итеү.    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика