Федоровка районының Бала Сытырман ауылында яңы мәсет асыу тантанаһы үтте 20.07.2015

Ауыл халҡының шатлығын Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин уртаҡлашты.

Бала Сытырман – Ашҡаҙар йылғаһы буйында урынлашҡан боронғо башҡорт ауылы. Тарихи мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Тәтегәс бей вариҫтары йәшәгән ауылға ун туғыҙынсы быуат башында нигеҙ һалынған. 1848 йылда ауылда мәсет һәм уның ҡарамағында мәҙрәсә барлыҡҡа килә. Совет осоронда мәсет бинаһы колхоз идараһы һәм башланғыс мәктәп булып та хеҙмәт итә. Шанлы ваҡиғаларға бер быуат тулып килгәндә, тарихи урын йәнә изге тәғәйенләнешенә ҡайтты.    

Мәсет асыу тантанаһы ысын мәғәнәһендә ауылдаштар, рухташтар байрамына әүерелде. Иртәнге сәғәттәрҙә үк мәсет ихатаһында ир-егеттәр тирмә ҡорҙо, ҡатын-ҡыҙҙар ҡаҙан аҫып, байрам һыйы хәстәрләне. Был яҡтарҙа бер-береһенә ярҙамсыл, уңған һәм татыу халыҡ йәшәй. Ауылдаштары, әлеге ваҡытта Нижневартовск ҡалаһында йәшәүсе Заһир Әминевтың иҫкергән бина  урынына яңыһын һалыу тәҡдимен барыһы ла хуплап сыҡҡан.

Ауыл кешеләренең шатлығын уртаҡлашырға Өфөнән Башҡортостан мосолмандары диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт хәҙрәттең килеп төшөүе тантанаға бермә-бер йәм өҫтәне. Байрамға йыйылған халыҡҡа ихата алдында ла урын етмәй, ултырғыстар иман йорто алдындағы юлға теҙелде.
Иман йортон сафҡа индереүгә ауыл аҡһаҡалдары, ағинәйҙәр ҡоро һәм йәш быуын вәкилдәр лә ҙур өлөш индергән. Мәсет асыу тантанаһында уларҙың һәр ҡайһыһының хеҙмәте лайыҡлы баһаланды. Тантананы урындағы сәнғәт оҫталары сығыштары ла йәмләп торҙо. Ҡыҙыл таҫма киҫелгәс,  яңы асылған мәсеттә тәүге намаҙ уҡылды.

Хөрмәтле ҡунаҡтар мәсет тирәләй ағас ултыртыуҙа ла ҡатнашты. Руханиҙар, ағас тамырҙары кеүек, иман йортоноң яҡты нурҙары ла кешеләр  күңеленә тәрән үтеп инәсәгенә ышаныс белдерҙе.

Ауылды йәмләп балҡыған яңы мәсет эргәһендә уның тарихи бинаһының бер өлөшө лә ҡалдырылды. 90-сы йылдар башында иҫке манараны шулай уҡ ошо уауылда тыуып үҫкән Мәжит Әминев төҙөгән булған.  Хәҙер Бала Сытырман мәсете йәшерәк быуын вәкиле, иман йортон яңыртыусы Заһир Әминевтың атаһы хәрмәтенә Әхмәтзәки мәсете тип атала.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика