Федоровка районында 14 ғаилә торлаҡ мәсьәләһен хәл итте

Федоровка районында 14 ғаилә торлаҡ мәсьәләһен хәл итте 10.10.2015

Район үҙәгендә сираттағы социаль йорт тапшырылды. Һөҙөмтәлә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының  тол ҡатындары, йәш ғаиләләр һәм 18 йәше тулған етем балалар торлаҡлы булды. Йорт ауыл территорияларын тотороҡло үҫтереү программаһы менән кешеләрҙең пайҙарына төҙөлгән.

Менәүәрә Фәйзуллина өсөн фатир алыу яңы тормош башлауға тиң. Быға тиклем ауылда йәшәгән 87 йәшлек тыл ветераны уңайлыҡтарҙан бөтөнләй мәхрүм булған. 60-сы йылда уҡ төҙөлгән йортомдо йылытыу өсөн кәритә менән утын ташый торғайным тип хәтерләй оло йәштәге ханым.
Ғәрәсәтле йылдарҙа нужа татыусылар менән бергә бөгөн йәштәр ҙә фатир туйлай. Хужабикә Ольга Нестерова аш бүлмәһенә ҡыуанып бөтә алмай. Бында иркен, яҡты һәм йылы ти ул.
Ольга Нестерова, Федоровка ауылында йәшәүсе: «Аш бүлмәбеҙ 11 квадрат метр, балконы ла бар. Бик уңайлы. Әле мебель ҡуяһы бар, артабан беҙҙе бәхетле тормош көтә, тип ышанам».
Нестеровтар ике бүлмәле фатирҙы социаль торлаҡ программаһы буйынса алған. Квадрат метры  28 мең һум торған торлаҡта  ике контурлы йылытыу системаһы, ремонт, газ плитәһе һәм сантехника бар. Район хакимиәте яҡын арала тағы бер йортҡа тотонмаҡсы.
Эдуард Сәлишев, Федоровка районы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары: «Был йортта тағы 4 фатир ҡалды. Уларҙы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаиләләргә һәм йәш белгестәргә бирергә уйлайбыҙ. Планда тағы бер күп фатирлы йорт төҙөргә иҫәп бар, әле проект әҙерләнә».
Район етәкселеге киләсәктә шулай уҡ ике ғаиләгә иҫәпләнгән аҙ ҡатлы йорттар төҙөү мөмкинлеген дә ҡарай. Бының өсөн ер ҙә, мөмкинлектәр ҙә бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку