Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Өфө ҡала судының Әлкә урмансылығының элекке етәксеһе Роберт Вәлиевҡа ҡарата хөкөм ҡарары ғәмәлгә инде

Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Өфө ҡала судының Әлкә урмансылығының элекке етәксеһе Роберт Вәлиевҡа ҡарата хөкөм ҡарары ғәмәлгә инде 23.10.2015

Роберт Вәлиев урманды законһыҙ ҡырҡыу һәм вәкәләттәрен арттырыу статьялары буйынса ғәйепләнә.

Уның  хоҡуҡ боҙоу эшмәкәрлеге Федераль именлек хеҙмәтенең Үҙәк округы идаралығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан тыйылған. Оператив-эҙләү һәм тикшереү саралары барышында, Вәлиевтың  тейешле вәкәләттәре булмай тороп, Әлкә урмансылығы һәм Әлкә-2 ҡасабаһы биләмәһенән ер-таш сығарыуға һәм урман ҡырҡыуға рөхсәт биреүе иҫбатланған. Белгестәр иҫәпләүенсә,  ғәйепләнеүсенең законһыҙ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә урман хужалығына 850 мең һумдан ашыу зыян килтерелгән. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса Роберт Вәлиев дүрт йылға тиклем һынау осоро менән  шартлы рәүештә биш йылға иркенән мәхрүм ителгән. Бынан тыш, суд Рәсәй Оборона министрлығының хәрби ведомствоға килтерелгән 850 мең һумдан ашыу матди зыянды ҡайтарыу тураһында дәғүәһен дә ҡәнәғәтләндергән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика