Өфө йылытыу миҙгеленә әҙер

Өфө йылытыу миҙгеленә әҙер 08.09.2015

Коммуналь инфраструктура объекттарының әҙерлеген 100 процент менән баһаларға мөмкин.

Бөтә ҡаҙанлыҡтар, йылылыҡ селтәрҙәре ремонтланған. Шулай уҡ электр, һыу менән тәьмин  итеү обьекттарында  төҙөкләндереү үткәрелгән,  ғәҙәттән тыш  хәлдәр килеп сығыуҙы күҙ уңында тотоп яғыулыҡ запасы әҙерләнгән.   Капиталь ремонт барлығы  30-ға яҡын участкала үткән.  Йылытыу миҙгеленә әҙерлек  өсөн   236 миллион һум аҡса тотонолған. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов  әйтеүенсә, йылылыҡ ваҡытында биреләсәк. Социаль  объекттарға йылы ғариза буйынса бирелә башлай. Ә бына йорттарға һауа температураһы биш тәүлек буйы  8 градустан һалҡыныраҡ булғанда ебәрелә, әммә идарасы компанияларҙың мөрәжәғәте буйынса  йылыны алданыраҡ та бирергә мөмкин.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика