Өфө - Ҡырым – Өфө 25.07.2014

Баш ҡалабыҙҙан мөмкинлектәре сикләнгән замандаштарыбыҙ ярымутрауға автосәйәхәткә сыҡты.  Акция Башҡортостан менән Ҡырым республикаһы инвалидтары араһында дуҫлыҡ ептәрен нығытыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

2 мең 700 саҡырым араны мөмкинлектәре сикләнгән замандаштарыбыҙ автомобилдәрҙә үтергә ниәтләй. Сәфәр Һамар, Волгоград, Краснодар, Севастополь ҡалалары аша үтә. Яҡташтарыбыҙ Башҡортостан шефлыҡҡа алған Белогорский районында ла туҡталасаҡ. Автосәйәхәт «Альтернатива» инвалидттарҙың төбәк йәмәғәт ойошмаһы башланғысы менән уҙа. Михаил Петров, йәмәғәт ойошмаһы рәйесе: «Былтыр инвалидтар өсөн авто мәктәп барлыҡҡа килгәйне. Унда ҡырҡ кеше водитель танытмаһы алды. Быйыл автосәйәхәт проектын тормошҡа ашырырға булдыҡ. Беҙ Таганрогта Азов диңгеҙе буйында, Волгоград һәм Краснодарҙа инвалидттарҙың йәмәғәт ойошмалары ағзалары менән осрашыуҙар үткәрергә ниәтләйбеҙ». Юлға туғыҙ еңел машинала ҡырҡлап акцияла ҡатнашыусы сыҡты. Ҡырымға барып еткәнсе беҙгә ҡушылыусылар ҙа күп буласаҡ, ти сәфәрҙә ҡатнашыусылар. Улар араһында аутизмдан яфаланыусы балалар ҙа бар. Акция сиктәрендә төрлө осрашыуҙар, «Турист йыры» фестивален уҙғарыу планлаштырылған. Август урталарына улар кире әйләнеп ҡайтырға тейеш. Владимир Горбунов, акцияла ҡатнашыусы: «Инвалидтар бер-береһенә ярҙам итергә тейеш тип уйлайым. Беҙҙең тормошта ыңғай үҙгәрештәр булһын өсөн үҙебеҙ әүҙемлек күрһәтергә тейеш. Хәрәкәт итһәк хөкүмәт тә беҙҙе ишетер».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика