Өфө урамдарында ут бөркөүсе тәлмәрйендәр, йәшен йәшнәтеүсе бесәйҙәр йөрөй

Өфө урамдарында ут бөркөүсе тәлмәрйендәр, йәшен йәшнәтеүсе бесәйҙәр йөрөй 20.07.2016

Покемон гоу уйыны тирәләй бәхәстәр ҡыҙғандан ҡыҙа бара. Берәүҙәр көнбайыш махсус хеҙмәттәренең күҙәтеү сараһы тип уға ҡаршы сыҡһа, күпселек  уйынды популярлаштырып, шул шауҡымда үҙенә лә билдәлелек алыу менән шөғөлләнә. Ул арала  йәнһүрәт геройҙарын тотоусылар көндән көн арта ғына. Покемон гоу ҡушымтаһы Рәсәйҙә рәсми сығарылмаһа ла төрлө юлдар менән уны кеҫә телефонына урынлаштырыусылар геометрик ысул менән ишәйә.

Кеҫә телефонынан күҙен дә алмай йүгереп йөрөүсе үҫмерҙәр әйтерһең дә гипноз тәьҫирендә. Виртуаль киңлектәргә үтеп инеп улар ниндәй генә ҡаршылыҡтар үтмәй. Хатта йорт ҡыйыҡтарына, ағас баштарына менергә лә әҙер.

Маҡсат телефон аша  йәнһүрәт геройҙарын тотоу. Реаль тормошто виртуаль йән эйәләре менән тулыландырыусы ҡушымта бер нисә көн эсендә генә миллиондарса ҡулланыусыларҙы ҡолға әйләндерҙе. Покемондарҙы тотоу өсөн телефон хужаһына программаны асыу ҙа етә. Ә камера ысынбарлыҡҡа уйлап сығарылған йән эйәләрен өҫтәй. Улар ғәҙәти тормоштоң уйламаған ерҙәрендә барлыҡҡа килеүе ихтимал. Покемондар тотам тип кешеләр сетерекле, ҡайһы саҡта күңелһеҙ хәлдәргә лә осрап ҡуя.
Ҡайһылыр илдә руль артында покемон эҙләп барып полиция машинаһына барып бәрелгәндәр. Ниндәйҙер ҡулланыусы  покемон тотам тип ҡаянан ҡолап төшкән. Автомобиль тәгәрмәстәре аҫтына эләгеүселәр ҙә бар. Имгәнеү, асыҡ торған канализация люктарына ҡолап төшөүҙәрҙе һынап бөткөһөҙ. Рәсәйҙә бындай хәлдәрҙе кисектерергә теләпме, әллә аҡса эшләп ҡалыу ниәте көслөрәкме, покемон тотоусыларҙы страховкалау ойошторорға уйлайҙар. Һаҡлыҡ банкына  әле 50 мең  кеше уйын барышында страховкалауҙы һорап мөрәжәғәт иткән дә инде. Шуға ҡарамаҫтан , покемон аулаусылар арта ғына. Өфөлә, мәҫәлән, велосипедсылар ойошмаһы уйынға күмәкләп ҡушылырға иҫәп тота. Баш ҡала урамдары буйлап велосипедтарҙа покемондар эҙләп елдерәсәктәр.

Покемон гоу уйынын таратыуға ҡаршы сығыусылар  ҙа бар. Өфөнөң ,,Таҙа Черниковка,, йәмәғәт ойошмаһы ағзалары уйындан уймаҡ сығыуы ихтимал, тигән фекерҙә.  Ошо арала виртуаль донъяла йәшәүселәргә ҡаршы ризаһыҙлыҡ акцияһы ла ойошторорға иҫәп тоталар.

Һирәк покемондар айырыуса һаҡланған объекттарҙа ла осрай. Шуға күрә именлек хеҙмәте лә был уйынды сит илдәрҙең күҙәтеү сараһы тип баһалай. Ҡулланыусы бит телфон камераһы аша бөтә ерлекте күрһәтеп бирә. Шуға күрә уйынды Рәсәйҙә тыйыу тураһында  ла һүҙҙәр йөрөтөлә. Башҡортостандың мосолмандар диниә назараты ла был уйынды сикләү яҡлы. Баҡтиһәң покемондар кеше күпләп йөрөгән ерҙәрҙә барлыҡҡа килә. Өфө мәсеттәренең береһендә ҡулланыусылар хатта покемондар көрәше ойошторорға уйлаған. Бер һүҙ менән әйткәндә ер шары аҡылдан шашҡан кеүек. Халыҡ виртуаль донъяға инәме, әллә покемондар реаль тормошҡа юл асамы билдәһеҙ.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика