Өфө урамдарында боҙ аҫтында ҡалған һыу ағыҙыусы ҡоролмалар таҙартыла

Өфө урамдарында боҙ аҫтында ҡалған һыу ағыҙыусы ҡоролмалар таҙартыла 01.04.2017

Эш айырыуса Октябрь районына ҡараған Сипайлово биҫтәһендә йылдам бара. Сөнки тауҙан ағып төшкән ҡар һыуҙары ҡайһы бер урамдарҙы һыу аҫтында ҡалдырыуы ихтимал.  

Күренмәй ятҡан улаҡтарҙы табыу өсөн хеҙмәткәрҙәргә тимер эҙләүсе ҡоралдарҙы файҙаланырға тура килә. Һыу ағыҙыусы торбалар Жуков урамында ғына бер нисә тиҫтәнән ашыу. Яҡын көндәрҙә махсус хеҙмәттәр райондағы барлыҡ улаҡтарҙы ла таҙартып сығырға иҫәп тота.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика