Өфө 10-20 йылдан нисек булыр?

Өфө 10-20 йылдан нисек булыр? 19.08.2014

Баш ҡалала   «UrbanБайрам» ҡала төҙөлөшө  форумы дауам итә. Быйыл ул «Кеше масштабындағы стратегия» тип атала. Республика, Рәсәй һәм Италия эксперттары, архитекторҙар  фекер алышыуында баш ҡаланың социаль-иҡтисади, территориаль яҡтан үҫеш юлдары ҡарала. Форум  22 авгусҡа тиклем дауам итә, уның эшмәкәрлеге нигеҙендә Өфөнөң стратегик үҫеш генераль планы төҙөләсәк.

Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә ҡарағанда, Өфөлә миллион 71 меңдән ашыу кеше йәшәй. Был - Рәсәйҙең миллионлы ҡалалар исемлегендә ун беренсе урын тигән һүҙ. Һуңғы йылдарҙа тыуымдың артыуы күҙәтелә. Баш ҡаланың Октябрь районы кеше иң күп йәшәгән урын булһа, Дим биҫтәһендә мегаполистың ни бары 6 процент самаһы халҡы көн итә. Кәңәшмәлә киләсәктә ошондай тигеҙһеҙлектәрҙе бөтөрөү, заманса инфраструктуралы биҫтәләр төҙөү иҫәбенә ҡаланы киңәйтеү һәм башҡа мәсьәләләр тикшерелә.
Антон Финогенов, «Урбаника» территориаль планлаштырыу институты директоры: «Баҫыуҙа 10-15 ҡатлы йорттар төҙөүҙән Европа илдәре, Төньяҡ Америка 30-40 йыл элек үк баш тартты. Был юҡҡа түгел, улар энергия сарыф итеү, ресурстар йәлеп итеү яғынан күп сығымдар талап итә. Беҙ бөгөн уртаса ҡатлы йорттар төҙөү хаҡында һүҙ йөрөтәбеҙ, улар социаль, экологик яҡтан отошло, төҙөгәндә яңы технологиялар ҡулланып буласаҡ».
Өфөнөң үҫеше буйынса проекттар, тәҡдимдәр байтаҡ. Ҡаланың үҙәк өлөшөн йәйелдереү, шулай уҡ ҡала яны майҙандарын һөҙөмтәле файҙаланыу, ял итеү урындарын булдырыу күҙ уңында тотола. Форум сиктәрендә Инорс биҫтәһендәге «Халыҡ паркы» концепцияһы ҡараласаҡ. Ул урындағы халыҡтың теләктәрен һәм фекерҙәрен иҫәпкә алып эшләнгән. Өфөнөң төрлө нөктәһенән кәрәкле урынға барып етеү өсөн автомобиль тығындары ҙур уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Киләсәк ҡалаһын заманса йәмәғәт транспортынан башҡа күҙ алдына килтереп булмай.
Константин Трофименко, мегаполистарҙың транспорт проблемаларын өйрәнеү үҙәге хеҙмәткәре: «Миллионлы ҡаланы күҙ уңында тотҡанда, ул, әлбиттә, метро булырға тейеш. Беҙҙең осраҡта - тиҙ йөрөшлө трамвай. Метро сәғәтенә 50 мең кешене йөрөтөү ҡеүәтенә эйә булһа, тиҙ йөрөшлө трамвай 10-20 мең менән сикләнә. Әммә уны сафҡа индереү тиҙерәк һәм һәр яҡлап та уңайлы булырға тейеш».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку