Өфө районының Миловка ауылында 10 етем балаға дәүләт программаһы буйынса фатир асҡыстары тапшырылды

Өфө районының Миловка ауылында 10 етем балаға дәүләт программаһы буйынса фатир асҡыстары тапшырылды 23.12.2014

Максим Максимов был көндө түҙемһеҙләнеп көткән. 23 йәшлек егеткә фатирға сиратҡа баҫыу ҙур ҡыйынлыҡ аша бирелә. Ниһайәт, дүрт йылдан ашыу  бер ведомствонан икенсеһенә йөрөй торғас  тейешле торлаҡ бүленә.

Максим Максимов, фатир алыусы: «Хәҙер бар ауырлыҡтар ҙа артта ҡалды. Шул тиклем шатмын, һаман да үҙемдең торлағым булыуына ышанмайым. Инде өйләнергә генә ҡалды».
Фатир алыусыларҙың бәхетенең иге-сиге юҡ. Күптәр шатлыҡлы күҙ йәштәрен тыя алмай. Яңы йыл алдынан йәштәргә фатир биреүсе ойошма бүләктәр ҙә әҙерләгән.
Яңы йыл алдынан дәүләт программаһы буйынса етемдәргә тәү кәрәк-яраҡтар менән йыһазландырылған фатирҙар тапшырылды. Бында ултырғыстар ҙа, өҫтәл дә, шкаф та, хатта, картиналар ҙа бар.
Бынан тыш, фатир хужаларына көнкүреш техникаһына 100 мең һумлыҡ сертификат та бүләк ителде. Хәҙер уларға торлаҡҡа  инеп йәшәй башларға ғына ҡала.  
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку