Өфө районының Булгаков ауылында йәшәүселәр бөгөн Ҡорбан ғәйете алдынан икеләтә шатлыҡ кисерҙе - төбәктә яңы иман йорто сафҡа инде 22.09.2015

Ауылдаштар был ваҡиғаны күптән көткән. Шуға ла мәсет асыу ниәте тиҙ арала  күтәреп алынып шунда уҡ төҙөлә башлай.

Был иман йортонда ойошторолған  «Ислам тәғлимәттәре» түңәрәге тәрбиәләнеүселәренең сәләме. Дини саралар Булгаков ауылында күптән уҙғарыла килә. Яңы мәсеттең сафҡа инеүе эште тағы ла  яйға һаласаҡ тип ышана диндарҙар.
Мәсеткә лә бит юҡҡа ғына «Мираҫ» исеме һайланмаған. Атамаһынан уҡ аңлашылып тора. Быға тиклем Булгаков ауылы диндарҙары мәҙәниәт йорто, шәхси ихаталарҙа йыйылып төрлө дини йолалар уҙғарыр булған. Үҙ мәсеттәрен булдырыу буйынса бер фекергә килеп өс йыл эсендә төҙөп сыға. Төбәктә йәшәүселәр был ваҡиғаны күптән көткән.
Иман йортоноң асылыуы ауыл халҡы өсөн ысын мәғәнәлә ҙур байрамға әүерелде. Оло йәштәгеләр генә түгел, йәштәр ҙә ҡәнәғәтлек тойғоһон йәшермәне. Ҡорбан ғәйете алдынан улар икеләтә шатлыҡлы ваҡиға кисерҙе.
Мәсет эстән дә, тыштан да ялтырап торһа ла эш тамамланды тип әйтеп булмай. Әле эргә-тирәне төҙөкләндереү, йәшелләндереү бурысы тора.
Азат Ғәлиуллин


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика