Өфө районында йәшәүсе ғаилә үҙҙәренең музейын булдырған

Өфө районында йәшәүсе  ғаилә  үҙҙәренең музейын булдырған 31.10.2016

Бөтмөр ҡатын оҙаҡ йылдар дауамында туғандарынан ҡалған боронғо ҡомартҡыларҙы туплаған. Уның был шөғөлө  тора-бара ҙур коллекцияға әүерелгән.

Аҡлы-ҡаралы фотоһүрәттәр ,балалар уйынсыҡтары ,боронғо сервант һәм өләсәһенең май бешкесе. Венера Ғәлләмованың боронғо әйберҙәре тарих төпкөлөнә төшөргә яратыусы коллекционерҙарҙың иғтибарын йәлеп итмәһә лә, был әйберҙәр уға алтындан да ҡәҙерлерәк һәм яҡын.
Ҡомартҡыларҙы бөртөкләп йыйҙым. Беребеҙ ҙә мәңгегә килмәгәнбеҙ, был әйберҙәр ҙә мәңгелек түгел.  Күңел төшөнкөлөгөнә бирелә башлаһам ошонда инәм.Теге йәки был әйбергә күҙ һалыу менән кәйефем күтәрелә.Улар миңә йәшәүгә дәрт һәм көс бирә.
Был бүлмән хужабикә әйтеүенсә, туғандарҙы һәм яҡындарҙы туплаусы тарихи һәм иҫтәлекле урын. Өҫтәл түрендә самауыр. Ул ғаиләгә ул ярты быуаттан ашыу хеҙмәт итә.
Эльвира Зыязетдинова, Венера Ғәлләмованың туғаны: «Беҙ бында беҙҙең мәрхүм туғандарыбыҙҙы иҫкә алыр өсөн йыйылабыҙ. Был бүлмә беҙҙең ғаилә тарихы,тимәк бөтә халыҡ тарихы ла сағылыш таба».
Венера Ғәлләмованың музейында күп кенә тормош -көнкүреш әйберҙәренә  икенсе һулыш бирелә. Был арба тәгәрмәсе меңәрләгән саҡрым үткән, әммә  хәҙерге ваҡытта ул иҫтәлекле бүлмәнең түшәме аҫтында урын алған. Осрашыуҙар үтә торған өҫтәл ағас ҡасандыр бойҙай һаҡланған мискәләр өҫтөнә ҡуйылған.
Венера Ғәлләмова: «Был комодҡа алтмыш йылдан ашыу. Патефон 1953 йылғы, ул әле лә эшләй. Был сервантҡа -алтмыш йыл. Уның менән минең ҡартатайым менән өләсәйем ҡулланған».
Венера Ғәлләмова йыш ҡына совет осоро ҡомартҡылары фонында фотосессиялар ҙа ойоштора. Әхирәте Гөлнара фоторәссам булараҡ ярҙам итә.
Гөлнара Ғәлиәхмәтова, Венера Ғәлләмованың әхирәте: «Беҙҙең тамырҙарыбыҙ һәм ышаныслы ҡанаттарыбыҙ булыуына беҙ ата-әсәләребеҙгә рәхмәтлебеҙ. Бында быуындар күсәгилешлеге һаҡланған».
Бай коллекция туғандар ярҙамында тупланған.  Венера Ғәлләмова хәтер бүлмәһен булдырыу идеяһы менән дә яна.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика