Өфө районында Өршәк йылғаһы аша һалынған күпер һүтелә 06.06.2017

Һуңғы йылдарҙа баҫма авария хәлендә ине, ти Булгаков, Фомичев, Стуколкин ауылдарында, улар эргәһендәге баҡсасылыҡ ширҡәтендә йәшәүселәр.  Шуға ла улар күперҙе ремонтлауҙы һорай, һөҙөмтәлә ваҡытлыса баҫмаһыҙ тороп ҡала. Проект бар, аҡса бүленгән. Тик урында йәшәүселәр ҡаршы  яҡ ярға сығыу уңайһыҙлыҡтарына  зарлана. Яңы күпер ҡасан файҙаланыуға тапшырыласаҡ?

Бер таҡтаға яңылыш баҫтыңмы, шаулап аҡҡан Өршәк йылғаһына төшөп китеүең ихтимал. Баҫма аша йөрөү хәүефле. Шуға Тарасовтар ғаиләһе урау булһа ла юл яҡшы тип, кире боролдо. Хәйер, һүтелеп бөтмәгән күперҙән балалар ғына түгел өлкәндәр ҙә үтергә ҡурҡа.
Күперҙе ремотлау үтенесе менән урындағы халыҡ сығыш яһай,  һөҙөмтәлә улар баҫмаһыҙ ҙа тороп ҡала. Иҫке күперҙе йома көн һүтә башлайҙар, эшселәр, әлбиттә, уңайһыҙлыҡтар ваҡытлыса тип ышандыра.
Бер мәсьәләне хәл итеү теләге яңыһына сәбәпсе булған. Күперҙе япҡандан һуң автоһәүәҫкәрҙәр машиналарын урамда ҡалдырырға мәжбүр, шулай уҡ урындағы халыҡ ашығыс ярҙам һәм ҡотҡарыу машиналары килә алмауына борсола.
Проект авторҙары икенсе ярға сығыу мәсьәләһен урау юлдан йөрөү менән хәл итергә тырышҡан. Подрядсы әйтеүенсә, юл тигеҙләнгән, ҡырсынташ түшәлгән. Әммә ул юл йөҙ километрға алыҫыраҡ. Урындағы халыҡ ваҡыт, артыҡ яғыулыҡ сарыф итмәҫ өсөн  яҡындағы урау юлдан йөрөй, тик унда хәлдәр яҡшынан түгел.
Юлда йыш ҡына бамперҙар төшөп ҡала. Ямғырлы көндә иһә хатта джиптарҙа ла үтеп булмай тип зарлана Фомичев һәм Стуколкин ауылдарында йәшәүселәр.
Урындағы халыҡтың хафаланыуы оҙаҡҡа түгел. Сентябрь айына яңы объекттың сафҡа индереү планлаштырыла. «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» программаһына ярашлы, федераль бюджеттан 1 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Өршәк йылғаһы аша күпер ҙә был программаға ингән.
Ильяс Мөниров, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары: «Сентябрь айына күпер төҙөлөшөн тамамлау ҡаралған. Бының өсөн федераль бюджеттан 1 миллиард һум аҡса, шулай уҡ республиканан да финанслау бүленде».
Урындағы етәкселек тиҙҙән ауыр йөк транспорты өсөн һалынған технологик баҫма аша икенсе ярға граждандар үтә алырлыҡ  ваҡытлыса күпер булдырыу мәсьәләһен дә ҡарай. Ә әлегә иң хәүефһеҙ юл  Фомичев-Енғалыш ауылдары аша үтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика