Өфө районы биләмәләренә 88 ауыл  ҡарай 07.04.2015

Уларҙың ҡайһы берҙәрендә юлдар торошо шәптән түгел.  Баш ҡаланан егерме саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Николаевка ауылының Садовая һәм Яңы урамдарында  йәшәүсе кешеләр яҙ юлдарҙың иҙелеп кеше йөрөгөһөҙ хәлгә килеүенә зарлана.

Өфө районының Николаевка ауылында йәшәүселәр оҙаҡ йылдар дауамында юлһыҙ интегә. Юл кәрәклеге хаҡында һүҙ сыҡҡан һайын ҡом түшәргә, асфальт йәйергә вәғәҙә итәләр. Яҙлы-көҙлө олоһо-кесеһе тубыҡтан батҡаҡ кисеп йөрөргә мәжбүр.
Николаевка ауылының был урамдарында йырып сыҡҡыһыҙ бысраҡтан юлаусыларҙы резина итектәр генә ҡотҡара ала. Яҙ ҡар һыуҙары ирей башлаһа, еңел һәм ашығыс ярҙам машиналары был урамадарға бөтөнләй үтә алмай, тип зарлана урындағы халыҡ.
Ололар йөҙ метр самаһы өҙәрем юлды еңел үтә ала. Ә мәктәп уҡыусылары менән бәләкәй балаларға ата-әсәһенә арҡаланырға тура килә. Һәр иртә һайын  Зөлфиә Мусина ун йәшлек улын мәктәпкә оҙата. Бысранмаҫ өсөн резина итектәр кейеп, алмашҡа таҙа аяҡ кейемдәре алып йөрөйҙәр.  
Мин дүртенсе синыфта уҡыйым. Көн дә иртән бысраҡ юлдан мәктәпкә барам. Беҙгә яҡшы юл кәрәк.
Оҙаҡ йылдар юлһыҙ интеккән ауыл халҡы асфальт юл төҙөүҙәрен һорап хакимиәткә хат менән мөрәжәғәт иткән. Яуап алынған, әммә был урамдарға асфальт түшәлмәгән. Үҙәктә һалынған асфальтты төҙөлөш алып барыусылар ауыр машиналар  иҙеп бөтә тип әсенеүселәр ҙә бар.
Юл иҙелмәһен өсөн урамдарҙы  махсус бауҙар менән ябыу осраҡтары ла бар. Бындай аҙым яҙғы еүеш  юлды тиҙерәк киптерә һәм ул сафтан сыҡмай. Өфө районы хакимиәтендә лә Николаевка ауылында йәшәүселәр яҡын киләсәктә иҙелеп бутҡаға әүерелгән юлдарҙан йөрөмәйәсәк тип ышандырҙылар.
Артем  Ковшов, Өфө район хакимиәте башлығының ҡала төҙөлөшө һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары: «Йыл һайын Өфө районында юлды тәртипкә килтереү мәсьәләләһендә республика төбәк заказынан сығып аҡса бүленә.  Николаевка ауылының ҡом түшәлмәгән урамдарында  бында йәшәүсе халыҡтың үтенесе буйынса юлдар тәртипкә килтереләсәк».
Тимәк,  Өфө районының ҡалған ауылдары ла юлдар торошон  үҙҙәре яҙған мөрәжәғәтнамә нигеҙендә яҡшырта ала.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика