Өфөнөң Турбаҫлы ауылынан Сәмиә Сәғәҙиева даун сире менән тыуа 11.02.2016

Иллене артылған ҡатын үҙ аллы фекер йөрөтөп, тормош көтә алмай. Уның опекуны-  бер туған апаһы Флорида Бикбулатова. Сәмиә Сәғәҙиеваның былай ҙа еңел булмаған яҙмышына, тыуған йорто менән бәйле күңелһеҙ хәлдәр ҙә өҫтәлә. Ул әлеге ваҡытта атай нигеҙенә дәғүә итә алмай, икенсе төркөм инвалиды йәшәгән йорт биш йыл элек икенсе кешегә бүләк ителгән.

Сәмиә Сәғәҙиева ошо нигеҙҙә тыуып-үҫкән. Даун сире уға тормошто тынып белергә, яҡындары менән йылы мөнәсәбәттәр булдырырға ҡамасауламаған. Сәмиә Абдулҡаҙир ҡыҙының яҡындары уның балалар кеүек ихлас һәм изге күңелле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Ут күршеләре лә Сәмиәне тыуған йортонан сығарырға теләүсе туғандарының рәхимһеҙлегенә ғәжәпләнә.  
Ғәлиә  Ризетдинова, Сәмиә Сәғәҙиеваның күршеһе: «Күрше-тирә бөтөнләй аптырауҙа ҡалдыҡ. Нисек итеп ауырыу баланы, ул илле йәштә лә бәләкәй бала хәлендә, Сәмиә бында ғүмере буйы йәшәне һәм көтмәгәндә өйҙән ҡыуылыу. Мин был хәл менән килешмәйем».
Сәмиә үҙе йәшәгән йортто бөхтә һәм тәртиптә тота. Таҙалыҡ һәм матурлыҡты үҙ ҡулдары менән тыуҙыра. Иҙән йыуыу кеүек эштәрҙе айырыуса ҙур дәрт менән, мауығып, еренә еткереп башҡара. Ләкин уның яҙмышы  менән уйнаусылар илле йыл буйына йәшәгән нигеҙенән айырырға тырыша. Бер туған апаһы суд юлын тапарға мәжбүр.
Ейәнсәренә бүләк ителгән йорт тирәләй барған бәхәс Сәғәҙиевтарҙың тыныслығын юғалта. Уның бер туған апаһы яңы төҙөлөш башлаған, ваҡытлыса бәләкәй бүлмәлә йәшәп тора. Ошоға тиклем атай  нигеҙендә  тыныс ҡына йәшәп ятҡан Сәмиәгә урамда тороп ҡалыу ихтималлығы ҙур.  
Икенсе төркөм инвалиды Сәмиә Сәғәҙиеваны илле йыл йәшәгән нигеҙенән ҡыуалар. 2014 йылдың 27 ноябрендә йорт хужаһы Абдулҡадир Сәғәҙиев 82 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсә. Шул ваҡыттан Сәмиә тормошонда ҡатмарлыҡтар башлана ла инде. Сәмиә йәшәгән йорт уның бер туған ҡустыһы Илшаттың ҡыҙы Лиана Сәғәҙиеваға бүләк ителәгәнлеге хаҡында асыҡлана.
Ата-әсә мөлкәте менән бәйле осраҡтарҙа йортһоҙ урам буйында ҡалыусыларҙы нисек яҡларға? Беҙ был һорау менән адвокатҡа мөрәжәғәт иттек.
Халыҡты социаль яҡлау һәм хеҙмәт министрлығында тыумыштан инвалид менән бәйле осраҡҡа түбәндәгесә аңлатма бирҙеләр.
Роза Кузьменко, Башҡортостандың  хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы матбуғат сәркәтибе: «Инвалид урамда ҡалмаһын өсөн  беҙҙең учреждение ике төрлө юл тәҡдим итә: беренсеһе-психоневрологик, икенсеһе-инвалидтар һәм оло йәштәгеләр өсөн интернат. Унда эләгеү өсөн граждан йәки уның опекуны- йәшәгән урыны буйынса халыҡты социаль тәьмин итеү бүлегенә мөрәжәғәт итергә тейешле. Ике осраҡта ла  бөтә тейешле документтарҙы туплағандан һуң махсус комиссия ауырыуҙы ҡайҙа билдәләргә ҡарар сығара».
Сәмиә Сәғәҙиеваны бағыусы Флорида  Абдулҡаҙир ҡыҙы бер туған һеңлеһен интернатҡа тапшырырып, яҙмыш ҡосағына ташларға теләмәй.
Илле йыл буйына төйәк иткән  йылы нигеҙенән Сәмиә Сәғәҙиеваны айырыу - енйәткә тиң. Ҡанундар һәм һау-сәләмәт кешеләр тормошондағы ығы-зығыны төшөнөү  хәлендә булмаһа ла,  саф, сабый күңеле менән ул барыһын да аңлай һәм кисерә лә белә. Атай йортон еңел генә ҡулға төшөрөүсе туғандарынан икенсе төркөм инвалиды Сәмиә Сәғҙиева саҡ ҡына булһа ла  йәлләү  һәм мәрхәмәтлек көтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика