Өфөнөң төньяғында ҡаланан ситкә сығыусы юлда тығындар кәмейәсәк

Өфөнөң төньяғында ҡаланан ситкә сығыусы юлда тығындар кәмейәсәк 09.11.2016

Ыңғай үҙгәреште был йүнәлештә йөрөүселәр ике йылдан һиҙәсәк. Водителдәр араһында тығындары менән дан тотҡан Тимашев ауылы эргәһендәге тимер юл аша сығыу урынында күпер төҙөлә башланы.

Әле төҙөүселәр буласаҡ ҡоролманың терәүҙәрен эшләй башлаған. Эш тәүлек әйләнәһенә бара. Буласаҡ күперҙең киңлеге 18 метр буласаҡ,  ул Затон биҫтәһе яғына Ағиҙел аша һалынған конструкцияға оҡшаш. Төҙөүселәр аңлатыуынса, эште ер аҫтында коммуникацияларҙың күплеге ҡатмарлаштыра.
Александр Санкин, «30-сы күпер төҙөлөшө» ойошмаһының участка етәксеһе: «Был участкала газ торбаһы, һыу селтәрҙәре, электр сымдары һәм элемтә кабелдәре ята. Уларҙың буласаҡ күпер терәүҙәре менән тап килгән урындарын күсерергә тура киләсәк. Шуға ла эштәр күләмле булыр тип күҙаллана».
Яңы күпергә яҡынса 800 миллион һум аҡса талап ителәсәк. Матди сығымдарҙы республика бюджеты ҡаплаясаҡ. Автоһәүәҫкәрҙәр бер тауыштан тимер юлдарын урап үтеү мөмкинлеге бирәсәк объект бында көн талабы булыуын билдәләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика