Өфөнөң Нуғай ҡасабаһында йәшәүсе ата-әсәләр балалар баҡсаһы етмәүенә зарлана

Өфөнөң Нуғай ҡасабаһында йәшәүсе ата-әсәләр балалар баҡсаһы етмәүенә зарлана 20.02.2015

Ауылда былтыр файҙаланыуға тапшырылырға тейешле мәктәпкәсә учреждениела әле һаман төҙөлөш эштәре бара. Әсәләр эшкә сыға алмаһа, балаларға тиҫтерҙәре менән аралашыу етмәй.

Әлиә Насретдинованың декрет ялы тамамланып килә, һәм уны әле тик бер һорау ғына борсой… Ҡыҙын кем менән ҡалдырырға. Ауылда балалар баҡсаһы етмәй, өйгә тәрбиәсе яулау ҡиммәт, олатай-өләсәһе алыҫ районда йәшәй.
Әлиә Насретдинова, Нуғай ҡасабаһында йәшәүсе: «Йортобоҙҙоң эргәһендә генә балалар баҡсаһы төҙөлә башланы.  Ләкин ул ҡасан әҙер булыр, белмәйем. Күршеләребеҙҙең барыһы ла күп балалалы ғаиләләр. Шуға ла яңы балалар баҡсаһы көн талабы».
Нуғай ауылында дүрт  меңдән ашыу кеше йәшәй. Уларҙың яртыһы балалар. Ауылда мәктәпкәсә учреждение бар барлығын. Ләкин  урын юҡ.
Был баҡса ике йыл элек төҙөлә башлай. Былтыр декабрҙә ул файҙаланыуға тапшырылырға тейеш була. Ләкин төҙөлөш ваҡытында тамамланмай. Бина тыштан ялтырап торһа ла, башҡарылаһы эштәр етерлек.
Әле бинаның икенсе ҡатында монтаж эштәре бара. Эшселәр стеналарҙы буяй, иҙәнгә плиталар йәйә, ишектәр ҡуя. Февраль аҙағында улар беренсе ҡатты төҙөкләндерә башлаясаҡ.
Монтаж эштәренән тыш, урамда балалар майҙансығы төҙөү, документ эштәрен тәртипкә килтереү талап ителә. Майҙансыҡты сафҡа индереү өсөн ҡар ирегәнен көтөргә кәрәк булһа, рәсмиләштереү сараларына бер нисә ай ваҡыт китәсәк. Йөҙҙән ашыу балаға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы йәйгә әҙер буласаҡ, тип ышандарҙы төҙөлөш ойошмаһының комерция директоры. Ләкин төҙөлөштөң ни өсөн оҙаҡҡа һуҙылыуы уға билдәһеҙ
Балалар баҡсаһы республика бюджеты иҫәбенә төҙөлә. Ойошма эште тендерҙа еңеү яулап башлай. Ләкин әлегәсә төп шарт үтәлмәгән. Объект сафҡа инмәгән.  Ауыл халҡы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәрен йәй булһа ла ҡабул итер тигән ышаныста ҡала.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку