62522 Новости на башкирском языке сегодня

Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт йәштәр премияһының быйылғы лауреаттары билдәләнде

Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт йәштәр премияһының быйылғы лауреаттары билдәләнде 24.12.2014

Был юлы юғары баһаға өс йүнәлештә эшләгән һигеҙ йәш ғалим лайыҡ булды. Тәүге төркөм техник, икенсеһе тәбиғи фәндәр буйынса асыш яһаған. Ә  гуманитар өлкәлә еңеүсе тип бер йәш ғалимдың хеҙмәте табылған. Лауреаттарҙы тәбрикләү тантанаһы бөгөн Хөкүмәт йортонда үтте,  еңеүселәрҙе  Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев ҡотланы.

Быйыл премияға барлығы 14 фәнни хеҙмәт ҡабул ителгән. Абруйлы ғалимдарҙан тупланған баһалама ағзалары ғилми асыштарҙан иң лайыҡлыларын һайлап алған. Гуманитар йүнәлештә Данияр Абрахмановтың хеҙмәте еңеүсе тип табылған. Уның хеҙмәте нарокоманияны иҫкәртеүгә арналған. Йәш ғалим бүләкләү тантанаһына иң яҡын кешеләре менән бергә килгән. Тәбиғи фәндәр буйынса премияға лайыҡ булған 5 кешелек төркөмдөң эше айырыуса иғтибарға лайыҡ. Улар күкрәк биҙе шешен дауалау буйынса фәнни асыш яһаған. Йәш ғалимдар премия аҡсаһын да ғилми эҙләнеүҙәр өсөн тотонорға ниәтләй. Төркөмдөң бер ағзаһы Ренат Ямиданов төп эшенән тыш Башҡортостан юлдаш телевидениеһындағы фән -102 тапшырыуының кәңәшсеһе. Ренат Ямиданов, фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты: «Клиник тәжрибә үткәреп был асыштың һөҙөмтәлелеген иҫбатлау талап ителә. Ғилми тикшеренеүҙе дауам итеү мотлаҡ. Был хеҙмәт онкология сирҙәрен дауалауҙа, иммун системаһын нығытыуҙа яңы баҫҡыс булыр тип уйлайым». Баһалама ағзалары онкология сирҙәрен дауалауға арналған был фәнни хеҙмәткә ҙур өмөттөр бағлай һәм уның медицинала киң таралыуына ышана. Ғилми асыштар илдең иҡтисади ҡеүәтен күтәреү һәләтенә эйә, ти баһалама ағзаһы Хәлил Сафин. Премияның суммаһы 150 мең һум, йәштәр был аҡсаны фәнни хеҙмәт өсөн ҡулланырға ниәтләй. Аҡыллы булыу ғына етмәй, уны файҙалана белеү мөһим, ти улар. Йәштәр өсөн фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы 2002 йылдан тапшырылып килә. Ошо осорҙа юғары наградаға 100-гә яҡын кеше лайыҡ булған, быйыл исемлек йәнә 8 исем-шәриф менән тулыланды. Премия ике йылға бер тапҡыр тапшырыла, уға 35 йәшкә тиклемге фәнни асыштар яһаған йәштәр дәғүә итә ала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика