Өфөнөң Дим районының йәмәғәт ойошмаһы Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында йәшәүселәр өсөн хәйриә акцияһы иғлан итте

Өфөнөң Дим районының йәмәғәт ойошмаһы  Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында йәшәүселәр өсөн хәйриә акцияһы иғлан итте 21.01.2015

Сараның маҡсаты әлеге ваҡытта кейем-һалым, дарыу, аҙыҡ-түлек, төҙөлөш материалдары һәм башҡа кәрәк-яраҡтарға мохтаждарға ярҙам күрһәтеү.

Александр Скакалин, Өфө ҡалаһы Дим районының йәмәғәт ойошмаһы координаторы: «Был кешеләрҙең яҙмышына мин битараф ҡала алмайым. Беҙ, ябай кешеләр, бергәләп әлеге ваҡытта бомба аҫтында һәләк булыусыларға ярҙам ҡулы һуҙырға тейеш». Ринат Хафизов, хәйриә фонды директоры: «Новороссия гуманитар батальоны» ойошмаһы ағзалары акцияны хупланы. Улар йыйылған гуманитар ярҙамды тәғәйен урынға алып барып еткерәсәк».  Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында йәшәүселәргә теләге булған һәр кем ярҙам итә ала. Хәйриә сараларын йыйыу пункттары адрестары һеҙҙең экрандарҙа. tv-rb.ru адресы буйынса уны беҙҙең сайтта ла табырға мөмкин. Бынан тыш, 3443 номерына «НАРОД» һүҙен яҙып, смс-хәбәр ебәрергә мөмкин. Хәйриә аҡсаһын шулай уҡ Һаҡлыҡ банкы бүлексәләрендә ебәреү мөмкинлеге лә бар. 

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку