Өфөнө Дим районы менән тоташтырған юл төҙөкләндерелә

Өфөнө Дим районы менән тоташтырған юл төҙөкләндерелә 20.08.2015

Әле ремонт эштәре башланған. Юлсылар иҫке япманы алып юл ситтәрен нығыта. Дүрт саҡрым ярым оҙонлоҡтағы асфальт ныҡ таушалыуға бәйле, күптән ремонт талап итә ине. Водителдәр соҡорҙарҙың йыш ҡына юл-транспорт ваҡиғаларына сәбәпсе булыуын билдәләй. Әле бында махсус хеҙмәттәр эшләй, юл өлөшләтә ябылған.

Асфальт һалыуҙан тыш юлдар киңәйтелә лә... Өҫтәүенә, юл ситенә кәртәләр, яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйыу һәм туҡталыштарҙы тәртипкә килтереү ҙә күҙаллана.
Рената Байғужина, Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте бүлеге етәксеһе: «Юлдарға кәртәләр ҡуйылған, ваҡытлыса билдәләр беркетелгән. Юл йөрөүселәрҙе уларға иғтибар итергә һәм тиҙлек режимын һаҡларға саҡырабыҙ. Ремонт эштәре тулыһынса 2016 йылда тамамланырға тейеш».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку