Өфөнөң Баҡалы урамында йәшәүселәр күп ҡатлы йорт янында башланған төҙөлөшкә ҡаршы

Өфөнөң Баҡалы урамында йәшәүселәр   күп ҡатлы йорт янында  башланған төҙөлөшкә ҡаршы 16.02.2015

Ихатала үҫкән  ағастар ҡырҡыла, балаларға уйнарға майҙансыҡ ҡалмай, бина беҙҙең йортто ҡаплай,  ти улар.  

Баҡалы урамындағы алтмыш алтынсы өйҙә йәшәүселәрҙең тыныслығы юғалған. Һуңғы көндәрҙә улар ошолай күмәкләп йыйыла,  йорт алдында барған төҙөлөштө туҡтатыу юлдарын эҙләй.  Сауҙа комплексы һалыусылар   ҡайын ағастарын ҡырҡып,  тирәктәргә тотонорға йыйына. Шуға   халыҡтың түҙемлеге бөтә.
Ағастарҙы   егерме йыл элек  ҡаланың йәшелләндереү хужалығы менән бергә  ултыртҡандар.  Үҫентеләрҙе үҙҙәренең баҡсаларынан  да килтергәндәр.
Өй алдындағы майҙансыҡ һәм ағастар өсөн  быға тиклем дә көрәшергә тура килгән. Бер нисә йыл элек был урында гараждар һала башлайҙар. Алтмыш алтынсы йорт халҡы  ул  саҡта ла ҡаршы сыға һәм йәшеллекте һаҡлап ҡала.  Ә бейек ҡойма артындағы техника геүләүенә ҡарағанда был юлы башланған эш ҡеүәтле  күренә.
Автопаркинг  түләүле буласаҡ, тимәк әлеге йортта йәшәүселәргә  тимер аттарын ҡуйыу урыны ла ҡалмай. Сауҙа комплексы һалыусыларҙың төҙөлөшкә  рөхсәт ҡағыҙы бар. Йәшел ҡалҡанын һаҡлап ҡала алмауҙан йәне көйгән өлкәндәр ҙә төрлө урындарға хат яҙып ризаһыҙлығын белдереп ҡарай.Ә төҙөүселәр уларҙы ишетергә лә теләмәй.    
Андрей Резвов, төҙөлөш етәксеһе: «Был урын ташландыҡ хәлдә ине. Ватыҡ өс автобусты һәм  тонналап сүп-сар  сығарҙыҡ. Беҙ майҙанды төҙөкләндерәбеҙ һәм яңынан ағас үҫентеләре ултыртабыҙ».
Ҡала төҙөлөш иҫәбенә үҫә.  Күп осраҡта  биналар, йорттар  элек төҙөлгәндәренә терәп тиерлек һалына, ихаталағы  майҙансыҡ һәм ундағы йәшеллек юҡ ителә.  Халыҡтың   фекеренә һәм   теләгенә ҡаршы аяуһыҙ  алып барылмаһа ине ундай эштәр. Юҡһа, «Өфө, йәшел ҡала» тигән һүҙҙәр  тик йырҙарҙа  ғына  ҡалыр.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку