Өфөнөң Ағиҙел йылғаһы буйында мамонт теше табылған 17.10.2016

Уға Нижегородкалағы йылға портында эшләүсе ир ҡырсынташ  тейәгәндә юлыға. Йылдар буйы ер аҫтында ятҡан теш таш булып ҡатҡан.  Интернеттағы фотоһүрәттәр менән сағыштырып ҡарағандан һуң ир табыштың  ҡәҙерле ҡомартҡы булыуын аңлай.

Ағиҙел буйында ҡаҙыныу эштәре ваҡытында  мамонт һөйәктәре һәм тештәре  рәткә табыла. Ғалимдарға һәм тарихсыларға  төбәкте, уның быуаттар буйына формалашыуын  өйрәнеүҙә үҙенсәлекле ҡаҙылдыҡтар ҙур ярҙамсы булып тора.  
Евгений Ларин: «Табышты ҡайҙа ҡуйырға хәл итмәнем әле. Бәлки, ейәндәргә иҫтәлек итеп ҡалдырырмын... Кешеләр күрһен өсөн музейға бирергә лә була. Һәр хәлдә, был  беҙҙең төбәктә  меңәр йылдар элек мамонттар йәшәүен иҫбатлаусы дәлил».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика