Өфөлә йыртҡыс үҫемлектәр күргәҙмәһе үтте 24.04.2017

Донъяла бөжәктәр менән туҡланыусы 600-ән ашыу төр үҫемлек билдәле, экзпозицияға уларҙың бер өлөшө - саррацения, непентес, себен аулаусы үләндәр ҡуйылғайны. Улар башлыса һаҙҙа, минераль тоҙҙарға, туҡлыҡлы матдәләргә ярлы булған тупраҡта үҫә.

Ҡорбандарын башлыса япраҡтары ярҙамында аулайҙар. Мауыҡтырғыс коллекцияһы менән баш ҡала халҡын Лиана Ғәлина таныштырҙы. Йыртҡыс үҫемлектәрҙе ул биш йыл элек йыя башлаған. Күргәҙмә барышында барыһы ла  үләндәрҙең бөжәк менән туҡланыу процессы менән таныша алды.
Йыртҡыс үҫемлектәргә тере организмдар ашлама кеүек кәрәк. Өй шарттарында ла был үләндәрҙе ирекле рәүештә үҫтерергә мөмкин, уларға даими һыу һибеп тороу ғына талап ителә. Йәй - уларҙың иң әүҙем үҫеш осоро һанала. «Ҡайһы берәүҙәренә йылына өс-дүрт бөжәк менән туҡланыу ҙа етә»,-ти белгестәр.
Прохор Румянцев, Өфөлә йәшәүсе: «Миңә барлыҡ үҫемлектәр ҙә оҡшаны. Уларҙың барыһы ла ҡоротҡостар менән һөҙөмтәле көрәшә. Ҡайһы берәүҙәре тәлмәрйендәр менән дә туҡлана».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика