Өфөлә юл хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙарының экстремаль хәлдәрҙә машина йөрөтөргә әҙерлеге тикшерелде

Өфөлә юл хәүефһеҙлеге  дәүләт инспекторҙарының экстремаль хәлдәрҙә машина йөрөтөргә әҙерлеге тикшерелде 04.12.2015

Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары аварияларһыҙ машина йөрөтөү курсы үтте. Ҡыуыу  һәм юғары тиҙлектә идара итеү, машинаны туҡтатыу һәм полиция боролошо алымдарын өйрәнде.

Юлдарҙа көтәлмәгән хәлдәр аҙым һайын осрап тора. Юл хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙарының тәжрибәһендә бындай осраҡтар етерлек. Аварияһыҙ машина йөрөтөү курстарында полицейскийҙар ауыр шарттарҙа машина йөрөтөү оҫталығын үҙләштерҙе. Бының өсөн ҡатмарлы трасса һайланған. Полицейскийҙар уҡыуҙары Максимовка ауылының автодромында тәжрибәле инструкторҙар етәкселегендә үтте.
Илдар Йосопов, ЮХХДИ идаралығының айырым батальоны  өлкән инспекторы: «Бындай уҡыуҙар һәм практик күнекмәләр юл-патруль хеҙмәтендә бик мөһим. Юлда көтөлмәгән хәл булыуы ихтимал. Хоҡуҡ боҙоусыларҙы эҙәрлекләгәндә үҙеңде шунда уҡ ҡулға алып, тейешле маневр эшләп өлгөрөргә кәрәк».
Тайғаҡ юлда машина йөрөтөүҙең үҙенсәлектәре - шыуыу, ситкә күсеү, тайыу һәм боролоштарҙы үтеү. Патруль машиналары алдында киҫкен хәлдәр күрһәтелеп уларҙан аварияһыҙ ҡотолоу юлдары тәҡдим ителде. Юл хәүефһеҙлеге инспекторҙары белдереүенсә ,бындай белем һәм практик күнекмәләр транспорт менән тулы ҡала кварталдары эсендә хоҡуҡ боҙоусыларҙы тотҡанда ярҙам итә. Курстарҙы тамамлаусыларға махсус танытма тапшырыласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика