Өфөлә «Йәшел яр» торлаҡ комплексының элекке төҙөүселәренә хөкөм ҡарары сығарылды

Өфөлә «Йәшел яр» торлаҡ комплексының элекке төҙөүселәренә хөкөм ҡарары сығарылды 25.03.2015

«Геострой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт етәкселәре Андрей Кунец алты йыл ярымға, Владимир Жук дүрт йылға иректән мәхрүм ителде.  Улар мутлашыуҙа ғәйепләнә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, төҙөлөш 2006 йылда башланып, йыл ярымдан һуң туҡтап, дүрт йыл дауамында урынынан ҡуҙғалманы.  Һөҙөмтәлә «Геострой» компанияһына енәйәт эше ҡуҙғатылды, зыян күреүсе физик һәм юридик шәхестәр һаны 200-гә тиклем итте.  

Роман Османов, Өфөнөң Октябрь районы прокуроры ярҙамсыһы: «Бинаны күтәреүҙе күрһәтеү маҡсатында, ойошма етәкселеге аҡсаның бер өлөшөн төҙөлөш материалдарына һәм башҡарылған эштәрҙе ҡаплауға йүнәлтә. 379 миллион һумдан ашыу аҡсаны  мутлашыусылар үҙ кеҫәһенә һала. Бер төркөм зыян күреүселәр аҡсаһын кире ҡайтарам тип судҡа мөрәжәғәт итә. Әлеге мәлдә уларҙың дәғүәләре ҡәнәғәтләндерелде».
Торлаҡ йорттар төҙөлөшө мәсьәләһе республика етәкселеге ярҙамында хәл ителде. Төҙөүселәрҙе бөлгөнлөккә төшөрөү процедураһында бер ни тиклем ауырлыҡтар килеп сыҡты, ләкин бында ла өлөшсөләрҙең талаптары ҡәнәғәтләндерелде. Элекке төҙөүселәр йөкләмәләрен үтәмәһә лә, Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса йорттарҙы файҙаланыуға тапшырыуға финанс мөмкинлектәр табылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку