Өфөлә йәшәүсе Михаил Миронов 2006-2009 йылдарҙа капиталь ремонт өсөн түләгән аҡсаһын кире ҡайтарыуҙы талап итә

Өфөлә йәшәүсе Михаил Миронов 2006-2009 йылдарҙа капиталь ремонт өсөн түләгән аҡсаһын кире ҡайтарыуҙы талап итә 17.12.2014

Бөгөн уның дәғүәһе Башҡортостан Конституция судында ҡаралды.

Күп ҡатлы йортта йәшәүсе Михаил Миронов фатир хужаларынан капиталь ремонт өсөн аҡса йыйыуҙы Өфө халҡының конституцион хоҡуҡтарын боҙоу тип иҫәпләй. Сөнки был аҡсалар әлеге төбәк операторынан айырмалы законға ярашлы йыйылмаған. Шуға күрә ул үҙ ялыуы буйынса ентекле тикшереү үткәреүҙе һәм аҡсаны кире ҡайтарыуҙы һорай. Михаил Миронов, Өфөлә йәшәүсе: «Өфө ҡалаһы хакимиәтенең капиталь ремонт өсөн түләтергә хоҡуғы юҡ, бындай ҡарарҙы Республика Хөкүмәте генә сығара ала. Капиталь ремонт өсөн махсус иҫәп асылмауы ла һорау тыуҙыра, мин, мәҙәлән, аҡсаның йорттарҙы төҙөкләндереү өсөн тотонолғанына ышанмайым». Суд ултыршында белгестәрҙең сығыштары ла тыңланды. Улар әйтеүенсә, аҡсаны һәр кем үҙ теләге менән күсергән, йәғни был түләүҙәр элек торлаҡ-коммуналль хеҙмәтәр өсөн квитанцияға индерелгән ине. Тупланған аҡса маҡсатҡа ярашлы файҙаланылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика