Өфөлә йөҙгә яҡын йорт бер тәүлеккә һыуһыҙ ҡалды

Өфөлә йөҙгә яҡын йорт бер тәүлеккә һыуһыҙ ҡалды 14.01.2015

Был «Нефтсе» спорт һарайына торбалар һалыу һәм ҡайһы бер райондарҙа уларҙы төҙөкләндереү эштәре алып барыу менән бәйле.

Черниковка биҫтәһендә йәшәүсе Александр Дьяконов һыуҙы һүндереү тураһында интернет селтәренән белә. Иртәнсәк тороп ир ҡатыны менән ваннаға һәм һауыт-һабаға һыу тултырып ҡуя. Оло йәштәгеләр ике йәшлек ейәне менән йәшәй. Шуға ла һыуһыҙ булмай.
Александр Дьяконов, Өфө ҡалаһында йәшәүсе: «Бәләкәй бала менән һыуһыҙ булмай. Һыуҙы кулерҙар менән дә һатып алдыҡ.  Уны ашарға бешереүгә лә тотонабыҙ. Ә ваннаға йыйған һыу бысраҡ. Ул йыуыныу өсөн генә ярай».
Черниковкала йәшәүселәрҙең барыһы ла тиерлек һыуҙы һүндереүҙәренә етди әҙерләнгән. Һәр хужа аш-һыуға һәм йыуынырға айырым һыу алып ҡалған. Алдан хәбәр иткәстәр һорау тыуманы, ти улар.
Һыуһыҙ ҡалғанлыҡтан Черниковка биҫтәһендә бер нисә балалар баҡсалары ла эшләмәй. Кескәйҙәр өсөн ял көндәре тағы ла ике көнгә һуҙыла тиергә лә мөмкин. Ә мәктәп уҡыусыларының каникулы әлегә тамамланмаған. Шуға ла белем биреү учреждениеларына был проблема ҡағылмаясаҡ.
Шулай уҡ Ләлә мәсете, Хәрби Дан музейы һәм башҡа административ һәм социаль биналар ҙа һыуһыҙ ҡалды. Төҙөкләндереү эштәре Черниковка биҫтәһенең 1- се май, Комаров, Кемер, Баҡса, Жигулевская урамдарына ҡағылды. Шулай уҡ 15 ғинуарҙа Рихард Зорге урамында ла иртәнге сәғәт ундан киске туғыҙға тиклем һыу һүндереләсәк. Ә 17-се ғинуарҙа Өфөнөң Киров районының 4 урамы бер тәүлеккә һыуһыҙ ҡаласаҡ.
Мария Шерекина, «Өфө һыу каналы» муниципаль унитар предприятиеһының йәмәғәт менән бәйләнеш бүлеге хеҙмәткәре: «Ремонт эштәре күп, шуға  ваҡыт та талап ителә. «Нефтсе» стадионына килгәндә, унда төҙөкләндереү эштәре яңыраҡ тамамланды. Беҙгә ремонт эштәрен башҡарыусы ойошма хат менән мөрәжәғәт итте. Шуға ла торбаларҙы ҡыш үткәрергә тура килә. Эште туҡтатып көн йылынғанын көтөп булмай бит. Ә Өфөнөң ҡалған райондарына килгәндә, уларҙа ла һыуҙы туҡтатып торорға һорау менән хат килде. Беҙҙең өсөн йәй, ҡыш тигән төшөнсә юҡ».
Әлбиттә, һыуҙы һүндереүҙәре ҡалала йәшәүселәр өсөн ҙур ауырлыҡтар тыуҙыра. Шулай ҙа был уңайһыҙлыҡ бер тәүлектән төҙәтеләсәге, тынысландыра, ти ҡала халҡы.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку