Өфөлә утыҙҙан ашыу фонтан иҫәпләнә 25.04.2016

Улар башҡалаға  йәм өҫтәүҙән тыш, халыҡтың яратҡан ял урыны ла. Өфөлә фонтандар 1 май - Яҙ һәм хеҙмәт байрамында эшләй башлай.

Билдәле һәм күркәм фонтандарҙы асыу алдынан башҡарылаһы эштәргә  ҡаланы төҙөкләндереү хеҙмәттәре яуаплы  ҡарай. Араларында иң мөһабәт һәм һоҡланғыстарының береһе – «Ете ҡыҙ» фонтаны тотҡарлыҡһыҙ эшләһен өсөн  механиктар һәм электр тәьминәтселәре ҙур тырышлыҡ һала. Ҡеүәтле  насостар ярҙамында 350 кубометр һыуҙы әйләндерәсәк ҡорамалдар  тикшерелә, көҙҙән ябылған торбалар һыу үткәргесенә  тоташтырыла. Олоһо -кесеһе фонтандар сезонын түҙемһеҙләнеп көтә.
Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендәге фонтан  иһә  Ленин урамындағыһынан күпкә ҡеүәтлерәк. Уның һыу әйләнеше 480 кубометр. Был фонтанды хеҙмәтләндереүселәр һигеҙенсе сезон эшләй. Әлеге ваҡытта форсункалар алыштырыла,  фонтандың вазаһы таҙартыла, иретеп-йәбештереү эштәре башҡарыла.
Дим биҫтәһендәге дүрт фонтандың икәүһе бөгөндән файҙаланыуға әҙер. Килешеү эскәмйәһе һәм  «Орион» ял үҙәге янындағы фонтандар  сағыу биҙәктәре һәм төҙөклөгө менән айырылып тора. Был фонтандарҙың төҙөклөгө 28 апрельдә  тикшереләсәк.Беҙҙең ижади төркөм өсөн уны бөгөн  махсус рәүештә тоҡандырҙылар.  
Өфө фонтандары матурлығы, ҡеүәте  һәм күркәмлеге буйынса Петергоф фонтандарынан һис ҡалышмай. Унда  тәбиғи һыу көсө ҡулланылһа, беҙҙекеләре электр көсө менән хеҙмәтләндерелә. Беренсе майҙан Өфөлә  ун һигеҙ фонтан эшләй башлаясаҡ. Тиҙҙән кешеләр улар янына килеп, тәңкәләр һалып теләктәрен дә әйтә аласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика