Өфөлә тағы ла бер нисә ташһын барлыҡҡа килде

Өфөлә тағы ла бер нисә ташһын барлыҡҡа килде 29.06.2015

Ат, мышы һәм һыуһарҙы һынландырған скульптуралар ҡаланың иҫтәлекле урындары һанын арттырып ҡына ҡалмай, ә символ булып та тора.

Өфөнөң Орджоникидзе районын символлаштырыусы мышы  районға ингән ерҙә ҡуйылған. Авторҙар Татьяна Кандаурова менән  Нина Рублик үҙҙәренең ижадына «Орджик» тигән исем биргән.
Ҡаланың символы булған һыуһар Октябрь проспекты менән Көньяҡ тыҡрығы киҫешкән урында урынлашҡан. Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, киләсәктә уны тағы ла байытып, эргәһенә ағас арбалар ҡуйыу, гөл-сәскәләр менән биҙәү күҙаллана.
Йәнә бер һәйкәл баш ҡаланың Менделеев һәм Урман техникумы урамдары киҫелешен биҙәй. Яңы арт-объекттың бейеклеге өс метрға яҡын. Автор Ринат Мөхәмәтов әйтеүенсә, ташһынды ижад итеү өсөн айҙан ашыу ваҡыт киткән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку