Өфөлә синтетик наркотиктар таратыуҙа ғәйепләнеүсе өс егет яуапҡа тарттырыласаҡ

Өфөлә синтетик наркотиктар таратыуҙа ғәйепләнеүсе өс егет яуапҡа тарттырыласаҡ 12.07.2014

Егеттәр үлемесле  шөғөлдән табыш алырға уйлай,  әммә өсөһө лә ҡулға алына.

Былтыр ноябрь айында Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше менән көрәш бүлексәһенең оператив төркөмө, баш ҡаланың бер-нисә районында «наркотик сауҙәгәрҙәрен» ҡулға алды. Софья Перовская урамындағы йортта оператив мәғлүмәттәр буйынса енәйәтсел төркөмдөң етәксеһе һәм уның ярҙамсыһы, шулай уҡ ошо йорт ихатаһында иҫерткес матдәне ҡулланып ултырыусылар тотолдо. Тағы ла бер әшнәләре кибеттән клиенты менән сығып барған саҡта ҡулға алынды. Тикшереү барышында полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға алыныусыларҙа травматик, пневматик һәм һалҡын ҡорал тапты. Тартып алынған тилерткес матдәләрҙең төрлөлөгө лә күҙгә салынмай ҡалмай. Үлем менән сауҙа итеүсе төркөмдө ойоштороуҙа ғәйепләнеүсе үҙе лә 10 йылдан ашыу наркотиктар ҡуллана. Оператив мәғлүмәттәр буйынса, ир көн дә фатирын алмаштырып торған. Тикшереүҙән күренеүенсә, наркотиктар һатыуҙан бар табыш уға килгән. Егет үҙе таныуынса, ул ике-өс сәғәт һайын үҙенә «тиҙлек» уколы яһай. Шуға тәүлектәр буйына йоҡламай, ә ҡурҡыныс шөғөлөн ташларға көсө етмәй. Был юлға ул химик составтар ирекле сауҙала булғанда аяҡ баҫа. Был матдәләр тыйылғас, үлем менән сауҙа итеүҙән табыш алырға була. Оператив мәғлүмәттәр буйынса, һатып алыусы сауҙагәрҙәр менән күҙгә-күҙ осрашырға теләмәгән осраҡта, иҫерткес матдәләр алдан килешелгән йәшерен урындарға ҡуйылған. Үлем менән сауҙа итеүселәр һәм уларҙың ҡорбандары араһында аралашсы ролен үтәүгә йәш ҡыҙ йәлеп ителгән. Һатып алыусы менән күҙгә-күҙ ҡарашып осрашыусы ҡыҙ эш хаҡын тилерткес онтаҡ менән алған. Асыҡланыуынса, аралашсыға федераль эҙләү иғлан ителгән була. Евгений Гурьянов, Башҡортостан буйынса ЭЭМ-ның матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре: «Ҡулға алынғанда төркөм ағзаларынан 40 грамдан ашыу тилерткес матдә тартып алынды. Был яҡынса 150 доза, баҙар хаҡы буйынса ҡара партия 150 мең һумға яҡын тора». Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Тәфтиш идаралығы тарафынан тикшереү тамамланды. Эш судҡа тапшырылды. Ғәйепләнеүселәргә 20 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү янай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку