Өфөлә хөкөм язаларын башҡарыу Федераль хеҙмәтенең тыл тәьминәте өсөн яуаплы етәкселәре бөтә Рәсәй кәңәшмәһенә йыйылды

Өфөлә  хөкөм язаларын башҡарыу Федераль хеҙмәтенең  тыл тәьминәте өсөн яуаплы етәкселәре  бөтә Рәсәй кәңәшмәһенә йыйылды 27.08.2014

Семинарҙа ҡатнашыусылар бындай  учреждениеларҙы үҙ иҫәбенә тулыһынса аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү мәсьәләһен тикшерә. Ошо маҡсатта улар  баш ҡаланың 13-сө һәм 9-сы холоҡ төҙөтөү колониялары эшмәкәрлеге менән танышты.

13-сө колония хеҙмәткәрҙәре илдең төрлө тәбәктәренән йыйылған коллегаларын мунса-кер йыуыу комплексы менән таныштыра. Заманса йыһазландырылған бүлмәләрҙә холоҡ төҙәтеүселәр өсөн барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған. Улар өсөн бында кер йыуыу, сәстәрен алдырыу һәм йыуынып сығыу мөмкинлеге бар. Шулай уҡ колония  ашханаһында, икмәк бешереү цехында һәм  йәшелсә һаҡлау келәтендә лә ремонт эштәре башҡарылған.
Әле Рәсәйҙең холоҡ төҙәтеү колониялары үҙҙәрен аҙыҡ-түлек менән 75  һәм кейем менән 100 процентҡа тәьмин итә. Киләсәктә хеҙмәткә үҙ хужалыҡтар һәм предприятиелар иҫәбенә күрһәткестәрҙе тағы ла яҡшыртыу бурысы ҡуйылған. Семинарҙа ҡатнашыусылар шулай уҡ хөкөм ителгәндәр өсөн яңы кейем формалары менән танышты. Алдағылары менән сағыштырғанда улар үҙенең сифатлығы менән айырыла, ти белгестәр.
Ҡуйылған бурыстарҙы үтәү өсөн республика колонияларында киләсәктә йәшелсәләрҙе консервалау һәм һөт ризыҡтарын пакетҡа төрөү, бәҙрәф ҡағыҙын, кер һабынын етештереү буйынса цехтар эшләй башлаясаҡ. Белгестәр әйтеүенсә, атҡарыласаҡ был эштәр  күп кенә сығымдарҙы кәметергә ярҙам итәсәк.
Илдар Байбулатов

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку