Өфөләге М5 һәм М7 федераль трассаларын тоташтырасаҡ тоннелде төҙөп бөтөү өсөн аҡса киләһе йыл бүленеүе мөмкин

Өфөләге М5 һәм М7 федераль трассаларын тоташтырасаҡ тоннелде төҙөп бөтөү өсөн  аҡса киләһе йыл бүленеүе мөмкин 16.05.2015

Был турала бөгөн Рәсәйҙең транспорт министры Максим Соколов белдерҙе. Ул төбәк етәксеһе Рөстәм Хәмитов менән бергә объекттың торошон ҡараны.    

Проект 20 йылдан ашыу элек тормошҡа ашырыла башлай, тик   аҡса бүленмәү сәбәпле, төҙөлөш туҡтатыла. Әлеге ваҡытта  тоннелде һаҡлап алып ҡалыу өсөн  йылына йөҙҙәрсә миллион һум  аҡса китә. Һуңғы йылдарҙа республика күләмле проектҡа инвесторҙар йәлеп итергә тырыша. Тик әлегә һөҙөмтәләр юҡ.  
Динар Хәлитов, Башҡортостандың юл хужалығы идаралығы етәксеһе урынбаҫары:
«М5 һәм М7 федераль трассаларын тоташтырасаҡ күләмле проект ике күпер, ер аҫты тоннеле һәм 4 юл сиселешен төҙөүҙе күҙаллай. Иҫәпләүҙәр күрһәтеүенсә, сығымдар яҡынса 25 миллиард һум тәшкил итәсәк. Проект дәүләт менән бизнес вәкилдәре ҡатнашлығында тормошҡа ашырыласаҡ тип күҙаллана. Уға ярашлы, объект 30 йылға инвесторға ҡуртымға күсә. Тимәк, тоннель аша үтеү түләүле булыуы ла ихтимал».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку