Өфөлә Башҡортостан урман хужалығының тәүге министры Марсель Абдулов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды

Өфөлә Башҡортостан урман хужалығының тәүге министры Марсель Абдулов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды 29.05.2015

Уға быйыл 85 йәш тулған булыр ине... Хеҙмәт юлын урмансы булып  башлап, юғары вазифаға еткән дәүләт эшмәкәре республиканың урман хужалығын үҫтереүгә, яңы етештереү объекттарын булдырыуға өлгәшә. Был тармаҡта алдынғы ысулдарҙы ҡулланыуға, матди-техник базаһын нығытыуға күп көс һала. Сирек быуат министрлыҡты етәкләгән осорҙа ул Рәсәйҙә Башҡортостандың урман хужалығын алдынғылар рәтенә сығара.

Әлфәт Хәйретдинов, ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор: «Уның заманында юҡҡа сыҡҡан ерҙәрҙә ағас ултыртылды - бер. Икенсеһе - элек күберәк киҫәләр ине, аҙыраҡ ултырттылар. Ул бында ла баланс булдырҙы».
Уның етәкселеге аҫтында урман музейы, ҡырағай хайуандар вольеры, лимонарий ойошторола. Шулай уҡ Рутто исемендәге сквер ҙа - Өфөләрҙең яратҡан ял итеү урындарының береһе.
Фәриҙә Садиҡова, «Лимонарий» тәжрибә хужалығы мөдире:  «Марсель Абдулов лимонарий төҙөлөшөнә ҙур өлөш индерҙе. Уның хыялы тормошҡа ашты».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика