Өфөлә Башҡортостан энергетика һатыу компанияһы офистарында сираттар ҙурая

Өфөлә Башҡортостан энергетика һатыу компанияһы офистарында сираттар ҙурая 31.10.2014

Халыҡ һуңғы ике айҙа электр энергияһы өсөн түләү квитанцияларында күрһәтелгән тарифтарҙың юғары булыуына зарлана. Сиратта тороусылар араһында хатта үлемесле осраҡ та булған.

Руставель Сафаров утҡа түләү өсөн квитанция алғас, ундағы һандарҙы күреп иҫе-аҡылы китә. Һорау менән  энергетика һатыу компанияһы офисына килә. Ләкин бында уның һымаҡ сәйер квитанциялар алыусылар бик күп. Ир  сәғәттән ашыу сиратта тора.
Сираттағыларҙың күбеһе - оло йәштәгеләр. Пенсионерҙар өсөн һәр тин ҡәҙерле, шуға ла хаҡтарҙың артыуы бигерәк тә уларҙы борсоуға һала. Ҡайһы берәүҙәр сиратта бер нисә көн рәттән тора.
Яңылыш иҫәптәр төҙәтелһә лә, икенсе айҙа ла нишләптер хаҡтар тағы ла күпкә арттырылып яҙылған була.
Оло йәштәгеләрҙең бындай сираттарҙа тороп, коммуналь хаҡтарҙы тикшереп, яңылышлыҡтарҙы төҙәтеп йөрөүе бер ҙә еңел түгел. Ә электр уты өсөн килгән квитанциялар улар өсөн лабиринт һымаҡ. Әллә нисә өлөштән торған был ҡағыҙҙарҙа күрһәтелгән һандарҙың башы ла, аҙағы ла юҡ.
Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралыҡтарының Башҡортостан энергетика һатыу компанияһына бер нисә миллион һум бурысы бар. Шуға ла компания тура иҫәпләшеү системаһына күсергә мәжбүр. Тимәк, халыҡ хәҙер энергетика өсөн хаҡты коммуналь хеҙмәткә түгел, ә тура компанияға түләй.
Тура иҫәпләшеүгә компания яңыраҡ ҡына күсә. Республиканың Сибай, Туймазы, Октябрьский ҡалаларында тура иҫәпләшеү яҙ айҙарында уҡ башлана. Ләкин энергетика өсөн хаҡтар ай һайын нишләптер теүәл түгел, ә арттырып бирелә.
Светлана Бестужева, Башҡортостандың энергетика һатыу компанияһы директоры урынбаҫары: «Әле компанияла йөкләмә ҙур. Шуға ла етешһеҙлектәр бар. Иҫәпләү ҡоролмалары күрһәткестәре буйынса мәғлүмәт алғанда ла дөрөҫ яҙмауҙары мөмкин. Был етешһеҙлектәрҙе тиҙ арала төҙәтергә тырышасаҡбыҙ».
Шулай ҙа халыҡты торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡтар артыуы борсоуға һала.  Ай һайын килгән квитанцияларҙағы хаҡтар күптәрҙе шаҡ ҡатыра. Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә тарифтарҙы минималләштереүҙе талап итте.
Адреслы социаль түләүҙәр киләһе йылда ла дауам итәсәк. Был торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн түләнгән аҡсаның ниндәйҙер өлөшөн кире ҡайтарырға ярҙам итә.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку