Өфөлә 30 меңгә яҡын берәҙәк эт иҫәпләнә

Өфөлә 30 меңгә яҡын берәҙәк эт иҫәпләнә 19.11.2014

Бөгөн Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы уларҙың яҙмышын  хәл итеү буйынса түңәрәк өҫтәлгә йыйылды. Ҡарауһыҙ ҡалған йорт хайуандары мегаполиста ғына түгел, һәр төбәктә бар. Был проблеманы тик закон ярҙамында ғына хәл итергә мөмкин, тип билдәләй белгестәр. Ултырышта «Йорт хайуандары хаҡында»ғы законға үҙгәрештәр индереү өсөн тәҡдимдәр ҡаралды.

Һуңғы йылдарҙа урам эттәренең ишәйеүе борсоуға һала. Ас эттәр янынан үтеүе кешеләргә, бигерәк тә балаларға ҡурҡыныс. Уларҙан тешләнеп 700-ҙән ашыу кеше дауаханаға мөрәжәғәт иткән.  Быйыл октябрҙә эт өйөрөнән таланған баланың кәүҙәһе табылғандан һуң был мәсьәләгә ныҡлап тотоноу кәрәклеге аңлашылды. Берәҙәк дүрт аяҡлылар ҡайҙан килеп сыға һуң? Әлбиттә, хужаһыҙ  йән эйәләре кешеләрҙең хайуандарҙы урамға сығарып ебәреүенән дә арта.
Башҡортостанда «Йорт хайуандары тураһында»ғы  берҙән-бер закон 1997 йылда ҡабул ителгән. Ул йорт хайуандарын яҡлау һәм уларҙы  тотоусыларҙың яуаплылығын билдәләй. Элек  ауыл урамы буйлап  йөрөгән эттәрҙе йә аулап, йә шунда уҡ атып китәләр ине. Бөгөн һәр ерҙә эт өйөрө  йөрөй,  уны юҡ иткән дә, тотҡан да кеше юҡ. Ас эттәр кешенең ҡош-ҡортон боғаҙлап китеү осраҡтары ла йыш күҙәтелә.
Шулай ҙа, берәҙәк хайуандарҙы атыуға ҡарағанда уларҙы  приютҡа урынлаштырыу йәки стерилизациялау кешелеклерәк. Бер этте стериллизациялау республиканың ветеринар станцияларында 1 мең 500 һум тора, шәхси клиникаларҙа ул 5 меңгә тиклем барып баҫа. Өфөлә берәҙәк эттәрҙе аҫыраусы  питомниктарҙы бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Улар ҙа мәрхәмәтле кешеләр ярҙамында  хәйриә аҡсаһына көн итә. Йәмәғәт палатаһы ултырышында ошо мәсьәләне хәл итеү өсөн законға үҙгәрештәр индереүгә тәҡдимдәр ҡаралды.  Киләсәктә берәҙәк эттәрҙе аҫыраусы приюттарҙы арттырыу, көнүҙәк  проблеманы хәл итеүгә дәүләт тарафынан  финанс ярҙам кәрәклеге билдәләнде.
Билдәле совет  йәнһүрәтендәге  хәл, ҡыҙғанысҡа, ысынбарлыҡҡа ауаздаш.  Йорт хайуанын аҙаштырып унан ҡотолоу осраҡтары күп. Бының өсөн уның эйәһен бер кем дә яуаплылыҡҡа тарттырмай. Мәҫәлән, Германияла йорт хайуанын урамға сығарып ебәргән өсөн хужаһы ҙур күләмдә штраф түләй. Сөнки дүрт аяҡлы дуҫ чиплы. Уны полиция шунда уҡ тотоп кемдеке икәнен асыҡлай. «Йорт хайуандары тураһындағы закон»ға үҙгәрештәр индереү йәһәтенән йәмәғәт палатаһы тағы ла йыйыласаҡ.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку