Өфөгә зоопарк кәрәкме?

Өфөгә зоопарк кәрәкме?  10.12.2014

Урмансылар паркы бар, күсмә цирктарға тамаша ҡылырға мөмкин тип яуаплар кемдер. Хәйер, ҙур ҡалаларҙың һәр береһендә  зоопарктар бар тиерлек... Ә баш ҡалабыҙҙа хайуандар донъяһын яратыусыларға  берҙән-бер Урмансылар паркындағы вольер менән хушһынырға тура килә. Тик унда юлбарыҫтар ҙа, һеләүһендәр ҙә юҡ.

Баш сауҙа үҙәктәренең береһендә урынлашҡан зоологик күргәҙмәлә кейек ҡоштарҙың, һирәк осрай торған йәнлектәрҙең ниндәйе генә юҡ!..  Ситлектәге хайуандарҙы балалар ҙа, өлкәндәр ҙә  яратып күҙәтә.
Гүзәл Зөбәйерова: «Өсөнсө тапҡыр килдек инде. Балаларға бик оҡшай. Ҡыҙым зоопаркты һағына ла, тағы ла барайыҡ тип  өгөтләй башлай. Шунан тағы киләбеҙ».
Экзотик йәнлектәр өсөн яңы зал да асылған.Тәүҙәрәк, кеҫәртке менән  йыландар Өфөгә күргәҙмә өсөн генә килтерелгән булған. Ә  бына  иргәйел крокодил өсөн яңы өйө там-тамам.
Евгения Чугунова, зоопарк менеджеры: «Беҙҙең төп һәм көтөп алған ҡунаҡтарыбыҙ, әлбиттә, балалар һәм ата-әсәләр. Уларға ҡыҙығырыҡ булһын өсөн, беҙ төрлө саралар ойошторабыҙ».
Өфөлә зоапарк  төҙөү мәсьәләһе тураһында һүҙ күптән бара. Был йәһәттән баш ҡала халҡының теләге әлбиттә, беренсе урында. Ойоштороусылар хайуандар донъяһы мөйөшөн булдырыу өсөн бағыусылар ярҙамын, башҡа тәҡдимдәрҙе тыңларға әҙер.
Әлиә Ғәләүетдинова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку