Өфөгә йәнә экзотик ҡоштар осоп килде

Өфөгә йәнә экзотик ҡоштар осоп килде 21.05.2015

Бөгөн Башҡортостандың Милли музейында сағыу ҡоштар, һирәк йәнлектәр һәм бөжәктәр күргәҙмәһе асылды.

Һиндтарҙың изге ҡошо Өфө халҡын һәм баш ҡала ҡунаҡтарын йәнә экзотик күргәҙмәгә саҡыра. Быйыл сит илдәрҙең фауна вәкилдәре коллекцияһы байытылған. Республикаға тәүге тапҡыр тумыртҡалар төрөнә ҡараған туҡан ҡошо, дәү үрмәкестәр, саяндар, тараҡандар килтерелгән.
Йәнлектәрҙең күбеһен тотоп, һыйпап ҡарарға була. Тик ҡайһы берәүҙәренә яҡын бармауың хәйерлерәк. Мәҫәлән, был тутыйғош, кәйефе булмағанда бармағыңдан эләктереп алһа, анһат ҡына ысҡынырмын тимә. Ләкин күргәҙмәне бер ҙә хәүефле тип әйтеп булмай, балалар быны тәүгеләрҙән иҫбатланы.
Күргәҙмә донъялағы йәнлектәрҙең төрлөлөгө менән танышыу яғынан әһәмиәтле, ти ойоштороусолар. Ер шарының төрлө тарафтарында йыйылған ҡоштар, бөжәктәр бер урында йыйылған. Бындай мөмкинлекте күргәҙмәгә килеүселәр юғары баһалай.
Экзотик ҡоштар иғтибарға күнеккән. Мәҫәлән, Егор исемле тутыйғош бер үҙе ҡалдымы, шунда уҡ яр һала башлай. Эргәһенә килеүсе менән һөйләшеү уның өсөн бер ни тормай.
Күргәҙмәлә шулай уҡ ҙур ташбаҡа, йылан, саяндарҙы, төрлө турғайҙарҙы күрергә мөмкин. Ҡайһы бер хайуандарҙы, мәҫәлән, ҡупшы ҡуяндар һәм хатта, варандарҙы тотоп ҡарарға була. Күргәҙмә 28 июнгә тиклем дауам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку