Өфө эргәһендә йылғалар ярҙарынан сыҡты

Өфө эргәһендә йылғалар ярҙарынан сыҡты 22.04.2016

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса Ағиҙел 726, Дим 332 сантиметр, ә Ҡариҙел йылғаһының тәрәнлеге һигеҙ метрҙан ашты. Күп кенә шәхси ихаталар, йорт-ҡура һыу аҫтында ҡалды.

Йылғаның тәрәнлеге һәр өс сәғәт һайын тикшерелә. Өфө эргәһендәге Ҡариҙел йылғаһы көндөҙгө сәғә ун икелә, бер сантиметрға күтәрелгән. Һыуҙың тәрәнлеге 8 метр ҙа 12 сантиметр тәшкил итә. Көн дә алып барылған тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, әлегә тиклемге иң юғары нөктә13 апрелдә күҙәтелгән.
Ағиҙел Ҡариҙелдән саҡ ҡына ҡалыша. Шулай ҙа ул шәхси секторға нығыраҡ зыян килтергән. Оло һыу йорт- ихаталарға яҡынлашҡандан-яҡынлаша. Ташҡын ғәрәсәте эҙемтәләрен күреүселәр ҙә юҡ түгел.
Нижегородка биҫтәһендәге Карьер һәм Марат урамдары киҫелешен һыу бөгөн төндә баҫа. Әле лә Ағиҙел йылғаһы килеүен дауам итә. Зыян күреүселәр юҡ. Шулай ҙа тиҫтәләп шәхси ихатаны һыу баҫты.
Һыу баҫыуын урындағы халыҡ һуңғы туғыҙ йыл самаһы күргәне булмаған. Бөгөнгө күренеш уларҙы тағы ла һиҫкәндерҙе. Шуға ла күптәр йорт йыһаздарын хәүефһеҙ урынға күсереп, кәмәләрен сығарып ҡуйған.
Һыу бер сәғәт эсендә йорт ихатаһын тула. Ул әле лә күтәрелеүен дауам итә. Өфө эргәһендә Ағиҙел йылғаһы шулай уҡ Дим биҫтәһенең баҡсасылар ширҡәтенең 200-ҙән ашыу йортон һыу баҫыуы билдәле. Өҫтәүенә, теүәл иҫәбе әлегә аныҡ ҡына билдәһеҙ. Оло һыу килеүен дауам итә.
Белгестәр йылға тәрәнлеге һигеҙ метрҙан ашыуын билдәләй. Әммә ташҡын әлегә иң юғары нөктәһенә етмәгән. Был тәү сиратта баш ҡала эргәһендәге йорттарға ҡағыла. Ә дөйөм республика буйынса хәл әллә ни ҡатмарлы түгел.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика