Өфө ботаника баҡса-институты оло юбилей алдында 04.01.2017

Теүәл 85 йыл элек ул Миловка ботаника питомнигы ҡарамағында  ойошторола. Ошо ваҡыт эсендә ғилми хеҙмәткәрҙәр Башҡортостандың үҫемлектәр донъяһын өйрәнеү һәм селекция эшмәкәрлеге буйынса  фәнни ҡаҙаныштарға ирешә. Ғилми тикшеренеүҙәр әле лә дауам итә, декоратив ағастар, ҡыуаҡтар һәм үҫемлектәрҙең  яңы төрҙәрен сығарыу менән шөғөлләнә коллектив.

Өфө ботаника баҡса-институтының ғилми хеҙмәткәрҙәре in vitro коллекцияһы өҫтөндә эшләй. Тәжрибә майҙансығы өсөн ламинар ҡулайлама һәм ҡоролмаларҙан торған айырым лаборатория бүлмәһе бар. Үҫемлек-донор һайлап алынғас, стериль шарттарҙа уның япраҡ, орлоғо, бөрөһө алына. Төп маҡсат - күберәк клондар яһау. Артабан уларға яһалма туҡландырыу мөхите булдырыла.
Әлегә ғилми хеҙмәткәрҙәр Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың «Ҡыҙыл китабы»на индерелгән алтмышҡа яҡын төр үҫемлекте ошо ысул буйынса үрсетә. Яһалма туҡландырыу мөхитендә уларҙы 22 градус йылылыҡта тоторға кәрәк. Төп маҡсат - республика флораһын һаҡлап ҡалыу.
Бер нисә айҙан һуң үҫемлектәр тупраҡҡа яраҡлаштырыла. Бының өсөн ботаника баҡса-институтының теплицалары, оранжереяһы ла бар. Әйтәйек, уҙған быуатың 30-cы йылдарында тропик һәм субтропик үҫемлектәр коллекцияһы йыйыла башлай. Бөгөн  тәжрибә майҙансығында ағас, ҡыуаҡтарҙың меңдән ашыу төрө менән танышырға була. Ысын мәғәнәһендә, үҙеңде Ер шарының бай тәбиғәт ҡосағына эләккәндәй хис итәһең.
Бында ағас төрөнә оҡшаған Лиананы ла осратырға мөмкин. Ул ярты быуат элек ултырытылған була. Оранжерея хеҙмәткәрҙәре, уның ботаҡтарын даими ҡырҡып торорға мәжбүр, ни тиһәң дә, йыл һайын үҫемлек ун-ун биш метрға тиклем үҫә.
Ҡышҡыһын төрлө ҡитғаларҙан килтерелгән үҫемлектәрҙең тик бер өлөшө генә сәскә ата. Әлеге сатлама һыуыҡтарҙа ла был тәбиғәт биҙәктәре менән танышырға теләүселәр күп.  Экскурсияларға башлыса мәктәп уҡыусылары йөрөй. Шулай ҙа Өфө ботаника баҡса-институты етәкселеге әйтеүенсә, субтропик, тропик үҫемлектәр күргәҙмәһе өсөн бүленгән 1400 квадрат метр майҙанда ғына барлыҡ донъя матурлығын күрһәтеп булмай.
Илдәге иҡтисади көрсөк оҙаҡҡа бармаҫ тигән ышаныста 85 йыллыҡ юбилейын ҡаршылаусы Өфө ботаника баҡса-институты хеҙмәткәрҙәре. Федераль кимәлдә айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе статусын алыу ҙа үҙе үк оло еңеү. Яңы йыл тағы ла уңышлыраҡ буласағына шик юҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика