Өфө байкерҙарының бер төркөмө Ҡырымда йыл да ойошторолоп килгән мотоциклистар фестиваленә юлланды 23.07.2016

Сәфәргә тәүҙә Рәсәй мотоциклдарында йөрөүселәр сыға.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, беҙҙең техника күптән инде ретро һанала һәм тиҙ йөрөй алмай. Шуға күрә юлға оҙағыраҡ ваҡыт талап ителә. Сәйәхәтселәр Урал һәм Днепр мотоциклдарында барасаҡ. Улар ашлыса үткән быуаттың етмешенсе йылдарында эшләнгән. Таушала башлаған техника сәфәр алдынан етди әҙерлек үткән. Мотоциклдар тәғәйенләнгән урынға мотлаҡ барып етәсәк, ти Өфө байкерҙары.

Байкерҙарға ике мең ярым километрҙан ашыу юл үтергә кәрәк. Өфөнөң башҡа мотоциклистары менән улар Керч кисеүенә осрашасаҡ. Ә Севостополдә инде мотопарадта ҙур бер төркөм булып үтәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика