Өфө ҡараңғылыҡҡа сумды 01.06.2017

Республиканың энергия һатыу компанияһына йыйылған бурыс өсөн баш ҡала урамдары утһыҙ ҡалды. Бер үк ваҡытта ҡайһы бер светофорҙарҙың һүнеп тороуы водителдәргә оло мәшәҡәт тыуҙырҙы. Бынан тыш, 5 июндән электр транспорты менән дә ҡатмарлыҡтар килеп тыуасаҡ тигән хәбәр таралды.

Был видеояҙманы беҙҙең редакция ватцабына телевизор ҡараусы  ебәргән. Кадрҙан күренеүенсә, Инорс биҫтәһе урамдары ҡараңғылыҡҡа сумған. Электр энергияһына бәйле бындай күренеш  һуңғы көндәрҙә башҡа урындарға ла хас. Сөнки ҡаланың ҙур күләмдәге бурыстары өсөн энергия һатыу компанияһы ут биреүҙе туҡтатырға мәжбүр булған. Яҡтылыҡ биреүҙе кәметеү шунда уҡ юл-транспорт фажиғәләренең артыуына килтергән. Мәҫәлән, үлемесле аварияларҙың береһе Сельская Богородская урамында теркәлде. «Lada Granta» автомобиленең асфальт тигеҙләүсе катокка барып бәрелеүе һөҙөмтәһендә 42 йәшлек ҡатындың ғүмере өҙөлдө.
Халыҡ шулай уҡ урамдарҙа йыш ҡына светофорҙар һүнеп тороуына ла ризаһыҙлыҡ белдерә. Ошо сәбәп менән  төрлө урындарҙа автомобиль тығындары хасил булды. Килеп тыуған проблеманы ҡала властары шулай уҡ энергетиктарға бурыстарҙың йыйылыуы менән аңлата. Әммә ресурстар менән тәьмин итеүсе компания муниципалитеттарҙан айырмалы түләүҙәрҙе йылдар буйына көтөргә өйрәнмәгән.  
Өфөнөң электр транспорты  өсөн дә 187 миллион һумдан ашыу бурысы йыйылған. Иҫәпләшмәгән осраҡта энергетиктар 5 июндән ут биреүҙе туҡтатасығын иҫкәрткән. Әммә бөгөн ҡала хакимиәте беренсе транш менән түләүҙәрҙең бер өлөшөн ҡайтарыуы тураһында белдерҙе. Шуға ла электр транспорты менән ҡатмарлыҡтар тыумаясаҡ, ти предприятие етәкселеге.
Ҡала хакимиәте бурысты өлөшләтә булһа ла түләй башлауға ҡарамаҫтан, әле биш тиҫтәләп объектҡа ут биреү туҡтатылған.   Шулай ҙа килеп тыуған проблема яҡын көндәрҙә тулыһынса хәл ителер тип көтөлә. Юғиһә, баш ҡаланың артабан да ҡараңғылыҡҡа сумыуы ихтимал.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика