Өфө ҡалаһының төньяғында төҙөкләндереү эштәре бара

Өфө ҡалаһының төньяғында төҙөкләндереү эштәре бара 01.10.2015

Черниковкала евроконтейнерҙар урынлаштырыла башланы. Сүп йәшниктәрен яңыртыу эштәре ҡала программаһы буйынса 2020 йылға тиклем дауам итә.

Беренсе Май урамына ҡараған ихаталарҙың береһендә дүрт евроконтейнер урынлаштырылған. Сүп-сар өсөн тәғәйенләнгән тимер йәшниктәргә ҡарағанда улар күпкә уңайлы, тип билдәләй хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре.  Евроконтейнерҙар ҡапҡас, тәгәрмәс, тормоз, ҡапҡасты аяҡ менән асыу механизмы менән йыһазландырылған. Ҡала буйынса ошондай 2067 евроконтейнер урынлаштырыу күҙаллана.
Ринат Биккинин, «Махсус автохужалыҡ» муниципаль унитар предприятие директоры урынбаҫары: «Элекке контейнерҙарҙың ҙурлығы 0.75 кубометр булһа, әлегеләре 1.1 кубометр. Был ихаталағы контейнерҙар һанын кәметергә булышлыҡ итә».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика