Өфө ҡалаһының Нуғай ҡасабаһында балалар майҙансығы

Өфө ҡалаһының Нуғай ҡасабаһында балалар майҙансығы 04.07.2017

Уны Заречный урамында йәшәүсе ата-әсәләр үҙ көсө менән төҙөгән. Сағыу биҙәктәр, бәүелсәк, һырғауылдар заманса майҙансыҡтарҙан һис ҡалышмай. Улар балаларға уйнар  өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ.

Светлана Тацкова, Заречная урамында йәшәүсе: «Беҙгә йәш балалы әсәләргә бындай уйын майҙансығы үҙ урамыбыҙҙа ҡоролоуы уңайлы. Иң мөһиме, балалар һәр саҡ ҡараулы. Улар уйнағанда бер-нисә өлкән кеше ҡарап-күҙәтеп тора. Уйын йыһаздары хәүефһеҙ һәм ышансылы төҙөлгән».
Урам комитеты етәксеһе Зинаида Скорнякованың балалар майҙансығы төҙөү тәҡдименә егермеләп ата-әсә ҡушыла. Һәр кем матди хәленә ҡарап иғәнә индерә. Ун биш мең һум  самаһы аҡса йыйыла. Тимер һәм ағас эшкәртеү оҫталары балалар майҙансығын ике аҙна эсендә бушҡа эшләп бирә. Ҡышҡылыҡҡа тау ҙа эшләмәкселәр.
Зинаида Скорнякова, урам комитеты рәйесе: «Өйҙән беседканы сығарҙыҡ, тағы ла кесе йәштәге балалар өсөн тирмә ҡорорға һәм ҡышҡыһын шыуыр өсөн тау эшләргә ниәтләнәбеҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика