Өфө ҡалаһының Киров районына ҡараған Генерал Горбатов урамының етенсе кәсер бер йортонда балалар баҡсаһының ҡаршыһында бар асылған

Өфө ҡалаһының Киров районына ҡараған Генерал Горбатов урамының етенсе кәсер бер  йортонда балалар баҡсаһының ҡаршыһында  бар асылған 06.10.2015

Ул йәштәрҙең яратҡан урыны. Аҙыҡ-түлек һәм һуттар менән бергә, яҡында ғына урынлашҡан колледж йәштәренә  һыра ла тәҡдим ителә.Тирә-яҡта йәшәгән халыҡ һыра һатыуға ҡаршы.

Генерал Горбатов урамындағы 293 -cө балалар баҡсаһы яҡын -тирәлә берҙән-бере. Балалар баҡсаһының ут күршеһендә йәштәргә һыра кеүек алкоголле эсемлектәр тәҡдим ителә. Ни өсөн был территорияла ҡанундар үтәлмәй.Һыра һатыусылар ризаһыҙлыҡ белдереүселәргә: «Беҙ ҡанунды боҙмайбыҙ» тип яуаплай.
Өфө дәүләт радиотехника колледжы етәкселеге уҡыу йортона яҡын ерҙә һыра кеүек аҙ алкоголле эсемлектәр һатыу ойошторолоу хаҡында хәбәрҙәр.
Антон Карташов, Өфө дәүләт радиотехника колледжы директоры: «Һыра һатыу нөктәләрен асыусылар һәр ваҡыт йәштәргә иҫәп тота.Улар егеттәр,ҡыҙҙар уҡыуҙан һуң,беҙгә мотлаҡ инәсәк, тигән маҡсат менән эшләй. Беҙҙең уҡыу йорто янында һыра бары асыу бер ниндәй тәртәгә лә һыймай».
Колледж студенттары өсөн икенсе ҡатта ашхана эшләй. Оҙон тәнәфес мәлендә егеттәр, ҡыҙҙар тамаҡ ялғап, ҡапҡылап ала. Күрше йорттарҙың береһендә һыра тәҡдим итеүсе бар асылыуына айыҡ тормош алып барыусы йәштәр кире ҡарашта.
Азат Сәлихов, Өфө дәүләт радиотехник колледжы студенты: «Мин ул барға йөрөмәйем. Һыра һатыусы магазиндар уҡыу йорттарынан йырағыраҡ урынлашырға тейеш, тип уйлайым».
Өфө ҡалаһының мәғариф идаралығында  балалар баҡсаһы,мәктәптәр ,уҡыу йорттары эргәһендә һыра һатыу менән килеп тыуған хәлгә түбәндәгесә аңлатма бирҙеләр.
Гүзәл Әминева, Өфө ҡалаһы мәғариф идаралығының хоҡуҡ бүлеге белгесе: «ӨФө ҡала округының  2014 йылдың 18 июненән 33/14 -cе  ҡала советы ҡарары менән  балалар баҡсалары, мәктәп тәр,уҡыу йорттары,медицина ойошмалары ,күмәртәләп һәм берәмләп һатыусы баҙарҙар,аэропорттар, вокзалдар һәм халыҡ күпләп йөрөгән урындарҙа 25 метр радиусында алоголь һатыу тыйыла. Сик алкогольде һатыу нөктәһенән  учреждениеға йәки бинаға инеү өсөн тәғәйенләнгән ишеккә тиклем иҫәпләнә».
Ҡала хакимиәтенең бындай ҡарарынан һуң балалар,үҫмерҙәр йөрөгән биналар территорияһында һыра кеүек алкогольле эсемлектәр тәҡдим итеүсе һатыу нөктәләре айлап ҡына түгел, ә көн һайын арта. Бындай тепмтар менән һыра барҙары асылғанда, алкогольгә әүәҫ йәштәрҙең киләсәгенә ҡурҡыныс янай.  
Сергей Корлыханов, дөйөм Рәсәй халыҡ фронты Башҡортостан төбәк штабының мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса эшсе төркөмө етәксеһе: «Алкоголь менән сауҙа итеүселәргә бик күп һорауҙар бар. Балалар баҡсалары  һәм мәктәп биләмәһенән 2013 йылдың декабрендә 50 метр, 2014 тең июненән 25 метр йыраҡлыҡта  алкоголь менән сауҙа итеү рөхсәт ителгән.Ҡала советы тарафынан ни өсөн бындай ҡарарҙар ҡабул ителеүгә юл ҡуйылған. Сауҙа селтәрҙәре был ҡарар менән саманан тыш ҡуллана. Беҙ был мәсьәләне яңынан ҡарауҙарын һорап ҡала советына мөрөжғәт итәсәкбеҙ».
Алкогольле эсемлектәрҙе һатыуҙа ҡанундарҙы ҡайтанан ҡарау күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә. Уны яңынан эшләүҙә йәмәғәтселек, табиптар, ата-әсәләр әүҙемлек күрһәтергә бурыслы.
Бәлиғ булмағандарға күп тапҡыр һыра һатыу осрағында енәйәт эше ҡуҙғатыла.Һыра һатыусыға  80 мең һәм алты айлыҡ эш хаҡы к күләмендә штраф һалынасаҡ, йәки ул  бер йылға холоҡ төҙәтеү эштәренә йәлеп ителәсәк. Әммә Өфөлә балалар баҡсаһы, колледж күршеһендә һыра һатыусыларҙы ҡанундар  ҡурҡытмай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку