Өфө ҡалаһында йәшәүсе Светлана Сөләймәноваға ярҙам кәрәк

Өфө ҡалаһында йәшәүсе Светлана Сөләймәноваға ярҙам кәрәк 06.02.2015

Күптән түгел генә уның үпкәһендә яман шеш барлығы асыҡланған. Светланаға сит илдә дауаланыу өсөн  миллион һумдан ашыу аҡса талап ителә. Ошо уңайҙан бөгөн ғаилә дуҫтары хәйриә күргәҙмәһе ойошторҙо.

Ғаилә фотоһүрәттәре. Светлана үҙе һөнәре буйынса фотограф шуға ижад емештәре бик матур килеп сыға, ти Илдар Сөләймәнов. Йәш ғаилә өс бала тәрбиәләй. Өлкәндәренә ун дүрт, кинйәләренә алты йәш тулған. Яңы йылды ҡаршылап киләсәккә яҡты хыялдар менән йәшәгәндә генә табиптар Светланаға ҡурҡыныс диагноз ҡуя. Ҡатындың үпкәһендә  яман шеш барлығы асыҡлана.
Илдар Сөләймәнов: «Беҙ аптырап ҡалдыҡ. Ышанырға теләмәнек. Диагнозды  Ҡаҙағстанда ҡуйғайнылар. Яңы йылды ҡаршы алырға унда тип барғайныҡ. Ҡайтып   бында тағы компьютер томографияһы үттек. Әммә табиптар диагнозды  раҫланы ғына».
Ғаиләнең ауыр хәлдә ҡалғанын белгәс тә дуҫтары ярҙамға килә. Кем күпме булдыра ала финанс ярҙам күрһәтә. Ҡыҙҙары Миленаның әхирәте Кристина ла ситтә ҡалмай. Шәхси күргәҙмәһен ойоштора. Ун дүрт йәшлек Кристинаның илленән ашыу картинаһы бар. Һүрәттәрҙә үҫмерҙең бай күңел донъяһы сағыла.    
Кристина Никитина: «Эштәремдә минең уй-ниәттәрем, хыялдарым һүрәтләнгән. Уларҙың күбеһе  психологик характерҙа. Халыҡҡа оҡшай икән, тимәк, көсөм бушҡа түгелмәгән».
Хәйриә күргәҙмәһендә рәссам Александр Сокольниковтың да эштәре ҡуйылған. Үҙенсәлекле картиналарҙы һатыуҙан килгән аҡсаның бер өлөшө Светлананы дауалауға йүнәлтеләсәк.
Айрат Рамаҙанов, рәссам: «Рак, диабет кеүек сирҙәр беҙҙең яҡындарыбыҙҙы алып китә. Уларға күмәк көс менән ҡаршы торорға кәрәк тип уйлайым. Беҙ  Светлананы ҡотҡарып ҡалыу теләге менән янабыҙ».
Ғаилә мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына мохтаж. Теләге булған һәр кем экрандағы махсус иҫәпкә аҡса күсерә ала.
5469060015825570, 8 917 37 66 140

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку