Өфө аквапаркында бәлиғ булмаған ҡыҙға һыра һатылған

Өфө аквапаркында бәлиғ булмаған ҡыҙға һыра һатылған 03.04.2015

Бөгөн «Планета» сауҙа-күңел асыу үҙәге алдында аквапаркта спиртлы эсемлектәрҙе һатыуға ҡаршы акция үтте. Яланда һуғышсы берәү ҙә була ала тиҙәр, пикетта бер егет кенә ҡатнашты.

Видеояҙмала күренеүенсә, бармен бәлиғ булмаған үҫмергә һыра һата. Ун алты йәшлек ҡыҙ эсергә уйламай, был тик сауҙа-күңел асыу үҙәгендә урынлашҡан объектта «Йәш гвардия»сыларҙың контроль һатып алыуы. Осраҡ буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре саҡыртыла, протокол төҙөлә.
Бындай күңелһеҙ күренештәргә ризаһыҙлығын белдереп, «Йәш гвардия» активисы Илья Дубинин яңғыҙы пикетҡа сыҡҡан. Ул аквапаркта һыра һатыуҙы тыйыуҙы талап итә.
Илья Дубинин, «Йәш гвардия» хәрәкәтенең «Агенттар» федераль проекты координаторы: «Планета»ның идарасы компанияһы етәкселеге бина эсендә балаларға спиртлы эсемлектәр һатыуға ҡаршы бер ниндәй сара күрмәй. Әле мин бында ябай гражданин булараҡ баҫып торам. Арыным был етешһеҙлектәрҙән. Өйҙә плакатты үҙем төшөрҙөм. Гражданлыҡ позициям шул: йәмәғәт урындарында спиртлы эсемлектәр һатылмаһын. Беҙҙең быуын сәләмәт булырға тейеш».
Аквапарктың  бер өлөшөн балалар аттракциондары биләй, тимәк, был үҙәктә көн дә тиерлек тиҫтәләгән, йөҙҙәрсә ғаилә ял итә. Тик спиртлы эсемлектәр һатылған урын йәш быуынға кире тәьҫир итмәҫме?!
Осраҡтан һуң аквапарк етәкселеге урындағы кафе-ресторан хужаларына бәлиғ булыуына шик тыуҙырған кешеләрҙең документтарын ҡарағас ҡына спиртлы эсемлектәрҙе һатырға йөкмәткән. Тимәк, бығаса был талап тейешле кимәлдә башҡарылмаған. Шулай ҙа ғәйеплеләр административ язаға тарттырыласаҡ.
Ял итеү урындарында спиртлы эсемлектәрҙе бөтөнләй һатмау – «Иреклек»кә ынтылыусы ойошмаларҙы көрсөк хәлендә ҡалдыра ала. Ғөмүмән, «Планета» сауҙа-күңел асыу үҙәге асылғанға тиклем үҙенә кире репутация алды. Тәүҙә төҙөлөш бер нисә йылға тотҡарланды, һуңынан янғын сыҡты, биш эшсе зыян күрҙе, артабан 49 йәшлек төҙөүсе һәләк булды.
Артабан ғәҙәттән тыш хәл, Сипайлово биҫтәһенә илткән юлға һыу торбаһы шартлау һөҙөмтәһендә ер ишелде, тығындар барлыҡҡа килде. Аквапарк Өфөләрҙең күптәнге хыялы булһа ла, ойошма етәкселегенә дәғүә белдереүселәр бөгөн дә бар. Бейеклеге дүрт-биш ҡатҡа еткән һыу тауҙары, бассейндар, кафе, ресторандар...  Ял итеүселәргә спиртлы эсемлектәр тәҡдим итеү отошло бизнес икәне һәр кемгә мәғлүм. Шулай ҙа сиктәр булырға тейеш.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика