Европа илдәрендә, Америка һәм Рәсәйҙең ҡайһы бер ҡалаларында йәйәүлеләр зонаһы бар

Европа илдәрендә, Америка һәм Рәсәйҙең ҡайһы бер ҡалаларында йәйәүлеләр зонаһы бар 20.01.2015

Уларҙың киң билдәлеләренең береһе Мәскәүҙәге Арбат. Өфө ҡала хакимиәте лә йәйгеһен баш ҡаланың Ленин урамында  автотранспорт хәрәкәтен ябып, йәйәүлеләр зонаһы булдырмаҡсы. Был ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарына өҫтәмә ял урыны арта тигән һүҙ.

Ленин урамы башындағы тротуар бер нисә йыл элек төҙөлгән. Былтыр бында төҙөкләндереү эштәре лә уҙғарылды. Урам йылдан-йыл матурая. Боронғо стилдә фонарҙәр, гирляндалар менән биҙәлә. Быйыл йәйгеһен Ленин урамының тағы ла бер өлөшө йәйәүлеләр өсөн буласаҡ. Париждағы Елисей майҙанындағылай Ленин урамы өҫтөндә төндә төрлө төҫтәге уттар яна. Был урам Өфө халҡының һәм ҡунаҡтарының яратҡан урынына әйләнде. Һуңғы бер нисә йыл эсендә ул танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Әлбиттә, урамды йәйәүлеләр зонаһына әйләндереү ял итергә яратыусыларға ҡыуаныслы ваҡиға. Ләкин руль артындағылар өсөн был өҫтәмә мәшәҡәт тыуҙыра... Әле ҡала хакимиәте урамды япҡан осраҡта, транспорт хәрәкәтен көйләү юлдарын барлай. Владимир Барабаш, Өфө ҡала хакимиәте вәкиле: «Әле баш ҡаланы үҫтереү стратегияһын әҙерләйбеҙ. Транспорт хәрәкәтен ебәреү юлы билдәләнгәс, Ленин урамында йәйәүлеләр зонаһын эшләү мөмкинлеге билдәле буласаҡ. Бәлки урам ял көндәренә генә ябылыр. Уйларға кәрәк». Баш ҡаланың транспорт моделен көйләү хаҡында илдең генә түгел, донъяның әйҙәүсе белгестәре шөғөлләнә. Әгәр улар Ленин урамын йәйәүлеләр өсөн зонаға әйләндереүҙе кәрәкле тип тапһа, Өфөнөң дә үҙ Арбаты буласаҡ...

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку