Эшле лә, ашлы ла иткән һөнәр

Эшле лә, ашлы ла иткән һөнәр 08.01.2016

Һәр хәлдә бар ғүмерен тимерсе һөнәренә арнаған Вячеслав Герасимов шундай фекерҙә. Ул оҙаҡ ваҡыт дауамында  ат дағаһы эшләү менән шөғөлләнә. Әммә быуындан-быуынға тапшырылып килгән был кәсеп  һуңғы йылдарҙа онотолоп бара. Шуға ла алтын ҡуллы оҫтаның тәжрибәһен  үҫеп килгән йәш быуынға еткереү мөһим.  

Тимерҙе ҡыҙыуында һуғып  Вячеслав Герасимов күп йылдар дауамында ат дағаһы эшләү менән шөғөлләнә. Бөгөн ул  «Аҡбуҙат» ипподромының алмаштырғыһыҙ тимерсеһе. Улай ғына түгел, уның кеүек алты ҡуллы оҫталар хатта республикала ла бик һирәктер. Элекке замандарҙа ауылдарҙы тимерсе усағы, сүкеш һәм башҡа ҡыҫҡыстарһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел ине. Әммә хәҙерге технологиялар осоронда ҡулдан эшләнгән тимер әйберҙәрҙе бик һирәк кенә осратырға мөмкин.  
Атты файҙаланыуға ҡарап дағалайҙар, ти тимерсе. Һыбай йөрөү өсөн генә булһа - алғы тояҡтарын, егеү өсөн - дүрт тояғын да. Дағаның ныҡлығын тикшереп торорға кәрәк. Улар йәтеш итеп тура килтерелгән булырға тейеш. Был эште башҡарғанда эре тешле игәү, киҫкес, шымартҡыс, бысаҡ, сүкеш, даға һәм уның өсөн махсус ҡаҙаҡтар кәрәк.
Дағалау технологияһын үҙләштереү өсөн ат тояғының төҙөлөшөн белеү мотлаҡ. Ул өс өлөштән тора: табан, уҡсалар һәм тояҡ ҡатламы. Тояҡ ҡатламы үҙе өс өлөшкә бүленә: эске, уртансы һәм тышҡы. Эске өлөшө аҡ таҫма һымаҡ асыҡ күренеп тора. Был таҫмала тойоусанлыҡ юҡ, шуға күрә лә ҡаҙауҙы уға ҡағалар.  
Һуңғы йылдарҙа сәнәғәт шартарында етештерелгән дағалар күберәк урын ала бара. Әммә улар үҙ ҡулдарың менән эшләнгәнгә етмәй, ти ипподром хеҙмәткәрҙәре. Шуға ла  Вячеслав Герасимов кеүек алтын ҡуллы оҫталарға ихтыяж бер ваҡытта ла кәмемәйәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку